

Рәсәйҙә 2023 йылдың 1 сентябренән водитель таныҡлығының D категорияһын биреүгә талаптарҙы ҡатыландырыуҙары, шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәгән сит ил граждандарына водитель таныҡлығын Рәсәйҙекенә алмаштырырға мәжбүр итеүҙәре ихтимал. Был турала юридик фәндәр докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Иван Соловьевҡа һылтанма менән «Прайм» яҙа.
Уның һүҙҙәренсә, Эске эштәр министрлығы ҡануниәткә тейешле төҙәтмәләр әҙерләгән дә инде. Атап әйткәндә, улар бер йылдан кәм булмаған еңел йәки йөк автомобиле йөрөтөү тәжрибәһенә эйә водителдәрҙең генә ошо категорияға инеү хоҡуғын күҙ уңында тота. Хәҙер автобус менән идара итеү хоҡуғын, водитель стажына ҡарамаҫтан, һәр кем алырға мөмкин.