Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июнь 2022, 04:53

Йәш таланттар, һеҙҙе көтәбеҙ!

Башҡортостанда балалар музыка мәктәптәрендә һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә белем алыусылар араһында «Таланттар ваҡыты» асыҡ республика инструменталь башҡарыу конкурсы үтә.

Йәш таланттар, һеҙҙе көтәбеҙ!Йәш таланттар, һеҙҙе көтәбеҙ!
Йәш таланттар, һеҙҙе көтәбеҙ!

Башҡортостанда балалар музыка мәктәптәрендә һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә белем алыусылар араһында «Таланттар ваҡыты» асыҡ республика инструменталь башҡарыу конкурсы үтә.

Конкурс «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә ойошторолған. Конкурста 7-15 йәштәрҙәге балалар ҡатнаша ала.

Тәүге һайлап алыу этабы 15 сентябргә тиклем белем биреү учреждениеларында үтә. Икенсеһе көндөҙгө форматта 2022 йылдың 29-31 октябрендә урта махсус музыка колледжында, Өфө сәнғәт училищеһында (колледжында), Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҙа.

Конкурс тыңлауҙары яңғыҙ башҡарыусылар өсөн фортепиано, ҡыллы инструменттар, халыҡ музыка ҡоралдары (баян, аккордеон), халыҡ музыка ҡоралдары (домра, балалайка), тынлы музыка ҡоралдары,  һуҡма инструменттар номинациялары буйынса үткәрелә.

Фото: https://yandex.ru/images/search

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас