Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Июнь 2022, 06:47

Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы төҙөкләндерелә

Урындағы халыҡтың именлеге лә, тотош райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше лә яҡшы юлдарға  туранан-тура бәйле.

Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы төҙөкләндереләӨфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы төҙөкләндерелә
Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Ҡырмыҫҡалы районында "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәте тарафынан Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлын төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла.  Ремонтланасаҡ участканың дөйөм оҙонлоғо 4,5 саҡрым тәшкил итә. Проекттың хаҡы – 66 миллион һумдан ашыу.

"Урындағы халыҡтың именлеге лә, тотош райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше лә юл-транспорт селтәренең торошона туранан-тура бәйле. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты ярҙамында йөҙләгән ауылда юл ремонтланды, был һан йылдан-йыл артып торасаҡ", – тип билдәләне транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Әле юлсылар автомобиль юлы япмаһын фрезер менән эшкәртеүҙе тулыһынса тамамлаған һәм асфальт-бетон ҡатнашмаһының тигеҙләү ҡатламын түшәгән. Тиҙҙән өҫкө өлөшөн түшәй башлау, юл ситтәрен төҙөкләндереү, горизонталь юл һыҙаты һыҙыу күҙаллана. Эштәр уңайлы һауа торошо шарттарында башҡарыла.

Әйткәндәй,  был юлдарҙы ремонтлау ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла. 

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=ремонт%20дорог%20уфа%20инзер%20беорецк&pos=2&img_url=https%3A%2F%2Fwww.proural.info%2Fupload%2Fiblock%2F17b%2F17bd7d0fb10fbffb0aa7c1c3be348c83.jpg&rpt=simage&lr=172

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас