Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Июнь 2022, 07:28

Республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыласаҡ

Фәнни конференция үткәреү, алдынғы ғалимдарҙың сығышы, шулай уҡ асыҡ һауала концерт планлаштырылған.

Республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыласаҡРеспубликала Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыласаҡ
Республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыласаҡ

Башҡортостанда 9 июлдә Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыла. Рәсәйҙең билдәле ғалимдары ҡатнашлығында ҙур сара планлаштырылған. Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында музейҙы асыу тантанаһына республикаға мотлаҡ киләсәген хәбәр итте.

Музейҙа боронғо ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең репродукциялары тәҡдим ителәсәк. Ул туристарҙы йәлеп итеү урыны буласаҡ. Александр Сергеев, музейҙа сарматтар алтыны ла күргәҙмәгә ҡуйылыр, тигән ышанысын белдерҙе. Шулай уҡ ул музейға «Пушкин картаһы» сиктәрендә ойошторорға тәҡдим итте.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Сергеев менән 9 июлгә саралар планын тикшерҙе. Фәнни конференция үткәреү, алдынғы ғалимдарҙың сығышы, шулай уҡ асыҡ һауала концерт планлаштырылған.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=музей%20шульгаташ&from=tabbar&pos=1&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Fsun9-31.userapi.com%2Fc858132%2Fv858132119%2F1cebf4%2FHk0e5rR_Z4E.jpg&lr=172

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас