

Инвалидтар өсөн вакансиялар йәрминкәһе 23 июндә үтә, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт министрлығынан.
Дәғүәселәргә администратор, менеджер, секретарь, уҡытыусы, тәрбиәсе, слесарь-сантехник, электромонтер, табип, шәфҡәт туташы, санитар һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә. Хеҙмәт хаҡы 17,5-30 мең һум тәшкил итәсәк.
Килеүселәр компьютер диагностикаһы үтеп, һөнәри йүнәлеш һәм белем алыу буйынса консультация ала аласаҡ. Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Вакансиялар йәрминкәһе 23 июндә, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә (Ибраһимов бульвары, 47/1) уҙасаҡ.
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=Уфе%20подберут%20работу%20людям%20с%20ограниченными%20возможностями%20здоровья&pos=17&img_url=https%3A%2F%2Fonlinezayavkanacredit.ru%2Fwp-content%2Fuploads%2F2021%2F02%2F918e6094-8d68-49e9-8e58-015ebf04909c.jpg&rpt=simage&lr=172