+22 °С
Ямғыр


Эйе, эске өсөн хатта балаһын һатырға әҙер әҙәмдәр бар. Ошо көндәрҙә Октябрьскийҙа суд ир менән ҡатынды ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм иткән. Сәбәбе - ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу. Әҙәм аҡтыҡтары социаль селтәрҙә улын һатыу тураһында иғлан биргән. Улар балалары алдында хәмер эскән, атай кеше наркотиктар ҡулланған, әсә аҙғын тормош алып барған.
Быға тиклем улар ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Ике бала ла ҡаланың опека һәм попечителлек бүлегенә тапшырылған.