

Ҡыйғы районының Йосоп ауылында яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ауылдаштар был көндө күптән түҙемһеҙлек менән көттө. Унда 330-ҙан ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк.
Яңы медицина пунктында пациенттар һәм белгестәр өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус урынлаштырылған. Яңы учреждениела фельдшер Эльмира Камаева эшләйәсәк. Ауылдаштар бинаның уңайлы, тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыуына ҡәнәғәтлек белдерҙе. Яңы пунктты асыуҙа һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов, Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар хирургияһы кафедраһы мөдире Илдар Ғәлимов ҡатнашты.
ФАП Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы төҙөлдө.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан