Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

22 июнь -Ҡайғы һәм хәтер көнө Ҡайтыу Хикәйә Мирас Иҙелбаев

Яҙҙымы-юҡмы, әммә Әүбәкер икенсе хатты көтөп ала алманы. Зөбәйерҙең, берҙән-бер улының хәле тураһында бер ни ҙә белмәй, йәне сығырҙай булып ҡайтып килә. Өҫтәүенә, улы алдындағы әллә ҡасанғы бер ғәйебе хәтеренә ҡалҡып сыҡты.

22 июнь -Ҡайғы һәм хәтер көнө  Ҡайтыу Хикәйә Мирас Иҙелбаев
22 июнь -Ҡайғы һәм хәтер көнө Ҡайтыу Хикәйә Мирас Иҙелбаев

ҠАЙТЫУ

                                               Хикәйә

Паровоз әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Таныш тауыш. Әллә һаман бер үк паровоз инде. Ҡасандыр ваҡытлыса тип төҙөлгән вокзалдың тәпәшәк бинаһы ла үҙгәрмәгән, дүрт йыл элек нисек ҡалһа, шул килеш ултыра төҫлө. Ә бына тирә-йүндәге тапалып, таҡырланып бөткән сүп-сарлы майҙансыҡтарҙы Әүбәкер хәтерләмәй. Эй, күҙгә салынмағандыр, шығырым тулы халыҡ ине бит. Фронтҡа китеүсе һалдаттар, оҙатыусылар... Ул шау-шыу, илаш, йыуатыуҙар, тальянға ҡушылып, үҙәк өҙгөс моңло көйҙәргә йырлашыуҙар...

Йә хоҙай, дүрт йыл үтеп китте. Хәҙер ана шул уҡ вокзал, бер ни булмағандай, тып-тыныс ултыра. Поезда бергә килгән кешеләр тиҙ арала әллә ҡайҙа һеңеп бөттө. Әүбәкер вокзал эргәһендәге эскәмйәлә оҙаҡ ҡына ултырып алғас, һалдат тоҡсайын артмаҡланы ла, һиҙелер-һиҙелмәҫ сатанлап, урам яғына сыҡты.

Ярты сәғәттән һуң ул ҡала ситендәге оло юл буйлап бара ине. Июнь иртәһенең йылы, йомшаҡ еле һутлы үләндәрҙең таныш еҫен алып килә. Әүбәкерҙең тыны иркенәйеп, тулҡынланыуы көсәйеп китте. Бына бит тыуған яҡтың һауаһы! Өнмө, төшмө – һаман ышанып бөтә алмай Әүбәкер. Тыуған ауылы Яратҡа саҡлы йөҙ саҡрымлап ҡалды. Донъяға тыуған, утыҙ йылдан артыҡ ғүмер иткән ҡатыны Нәғимә, улы Зөбәйер йәшәгән өйөнә ни бары йөҙ саҡрым ғына. Һанап ҡараһаң, уны дүрт йыл эсендә нисә тапҡыр төштә күрелде икән? Ауылыма иҫән-һау ҡайтһам, урамдағы үләнендә тәгәрәп йөрөп, ерен туйғансы үбер инем, тип уйлай торғайны Әүбәкер. Инде шул минуттар ҙа етеп килә. Тик күңелендә бер китек бар. Яратҡа яҡынлашҡан һайын, ул ҙурая бара...

Гимнастеркаһының түш кеҫәһендә ятҡан өскөл хат Әүбәкерҙең йөрәк тәңгәлен көйҙөрөп-көйҙөрөп ала. Нәғимә яҙған уны. Элекке хаттарынан, былай, һис айырмаһы юҡ. Ярты бит итеп сәләм теҙгән, ауыл хәлдәрен ентекләп һөйләп биргән. Тик бына аҙаҡҡы өс-дүрт, юлы...

«Сәсеүҙең ҡыҙған мәле. Зөбәйер – көнө-төнө ҡырҙа. Бөгөн дә өйҙә ҡунманы. Керпек ҡаҡмай, тәҙрәнән күҙем алмай көтөп таң аттырҙым. Әле генә килеп әйттеләр, атаһы. Зөбәйер һыбай тайып йығылып, ат аҫтында ҡалған, ти. Ярай, хуш, ашығам. Аңын-тоңон белгәс тә тағы яҙырмын...»

Яҙҙымы-юҡмы, әммә Әүбәкер икенсе хатты көтөп ала алманы. Зөбәйерҙең, берҙән-бер улының хәле тураһында бер ни ҙә белмәй, йәне сығырҙай булып ҡайтып килә. Өҫтәүенә, улы алдындағы әллә ҡасанғы бер ғәйебе хәтеренә ҡалҡып сыҡты.

...Бөгөнгө кеүек үк ҡояшлы июнь ине. Әүбәкер таң менән тороп, ун ике йәшлек Зөбәйерен уятып, ат егергә ҡушты. Үҙе салғылар сүкергә тотондо. Ерәнат туғайындағы төпкөл урындарҙы ҡул менән сабырға колхоз өмә иткәйне. Ундай эштәргә Әүбәкер ҡатыны Нәғимәне лә, үҫеп килгән Зөбәйерен дә ҡалдырмай алып йөрөй. Бер юлы өсөһөнөң дә салғыһын тиҙ арала сүкеп бөттө. Арбаға аҙыҡ-түлек төйөнсөгөн, һауыт-һаба сығарып һалды. Зөбәйер генә, ниңәлер, оҙаҡ мыштырлай. Халыҡ ҡуҙғала ла башланы. Инде бер нисә төркөм йәйәүләп туғайға төшөп китте. Өс-дүрт саҡрым ергә ат менән һуңлап барһаң, әҙәм көлкөһө булыр. Өмәгә сәмләнешеп, кем уҙарҙан ярышып барыу ғәҙәте бар ауылда. Иң аҙаҡҡа ҡалһаң, төртмә һүҙ яуҙырып, көн буйы күҙ ҙә астырмаҫтар. Әүбәкер салғыларҙы, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы һалып бөткәндә, йоҡоһо асылып етмәгән Зөбәйер саҡ ҡамыттың тамаҡ бауын тартып аҙаплана ине. Атаһы аттың икенсе яғынан урап, уның ҡаршыһына килде лә асыуынан һыңар ҡулы менән этеп ебәрҙе.

– Кит бынан, крәҫтиән балаһы! Ошоға тиклем ат та екмәгәнһең!

Атаһының ҡул күтәреүенә өйрәнмәгән Зөбәйер, артҡа сигенгән арала, аяҡ аҫтындағы ташҡа эләгеп, ергә ултыра төштө. Ғәрлегенән ул иҫен йыя алмай торҙо. Бығаса Әүбәкер уның менән гел шаярып-көлөп кенә һөйләшә ине. Һуңғы осорҙа хатта, тиңдәше кеүек күреп, эш хаҡында кәңәшләшеп, уйҙарын бүлешкеләй башлағайны.

– Йылҡы көтөүен бөгөн Түштә йөрөтһәк, ни эшләр икән, улым?

– Алыҫтараҡ ашатайыҡ, атай, ҡалҡыулыҡ аръяғындараҡ.

Ә бөгөн килеп, –мә, ал өлөшөңдө!

Ҡулы Зөбәйерҙең күкрәгенән айырылғас та Әүбәкерҙең асыуы юҡҡа сыҡты. Малайының етеп килгән ҡара сәсе үрә торған кеүек күренде уға. «Был ни эшләүең, атай»,– тигәндәй, һоро күҙҙәрен шар асып, үпкә ҡатыш ғәжәпләнеүен шәйләү менән үк, ҡаты ҡыланыуының мәғәнәһеҙлеген аңланы. Ғәфү үтенгәндәй, ярҙам итергә ынтылғайны, Зөбәйер, сәмләнеп китеп, ҡамыт ағасына аяғын терәп, сөйөлдөрөктө ике ҡулы менән тартып, етеҙ генә бәйләп тә ҡуйҙы. Әүбәкер, эстән генә үкенә-үкенә, дилбегә остарын эләктерергә тотоңдо. «Ни эшләп улай эттем әле?!»

«Ни эшләп кенә эттем?...» Балаһы инде был хаҡта күптән онотҡандыр. Әммә Әүбәкерҙең ошо үкенесе, ҡайтыр ваҡыт еткәс, ауылдан Нәғимә яҙған һуңғы хатҡа ҡушылып, ҡабат көсәйҙе. Зөбәйерҙе, ун алты йәшлек үҫмерҙе, бригадир итеп ҡуйғандар. Уныһы яҙғы сәсеү мәлендә, үҙен үҙе онотоп, көн-төн баҫыуҙан ҡайтмай эшләгән. «Дөрөҫ, улым, эшләгәс – шулай эшләйҙәр. Тик аттан ғына йығылмаҫҡа кәрәк ине. Ашҡынып атлаған булам, ҡайҙа ғына икәнһең һин ошо көндә?  Лауаханаламы, әллә...» Әүбәкер ҡаланы ҡалдырып әҙерәк атланы ла уң яҡҡа Ирәндек үренә ҡарай боролған иҫке юл айырсаһына килеп еткәс, туҡтап торҙо. Берәй ылау осрар тигән өмөт менән олоһонан атларғамы әллә, араны утыҙлап саҡрымға ҡыҫҡартып, ата-бабалар Ирәндек аша һалған тура юлдан китергәме? Оло юлда үгеҙ осрар тиер инең, уға ҡарағанда үҙең шәберәк атларһың. Ат осраһа, хужаһы барыбер алмаясаҡ. Алған хәлдә лә хәҙерге арыҡ малды йәлләмәй нисек ултыраһың? Машина көтөр инең дә, ләкин ул килеп сыҡҡансы, ауылға тиҙерәк йәйәү ҡайтып етерһең. Әүбәкер уңға ҡайырылып, тура юл менән китте. Йөҙ саҡрымды күп тигәндә ике көндә үтелер. Ҡолаҡ төбөндә ҡатынының элек яратып йырлаған бер йыры яңғырап китте:

Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,

Урал тауын ситләп, көн битләп.

Илкәйемә лә, шул, ҡайтыр инем

Аяҡтарым талһа имгәкләп...

«Нисек кенә тип атай торғайны әле Нәғимә шул йырҙы? Һирәк осрай торған бер ҡатын-ҡыҙ исеме шикелле. Ә мин, һыңар аяғым, һыңар ҡулым зәғиф булһа ла, ирмен бит әле», – тип үҙ-үҙен дәртләндереп барҙы Әүбәкер. Байтаҡ ҡына атлап, тәрән бер үҙәккә төшкәс, тау араһынан шылтырап аҡҡан һалҡын шишмәне осратып, ләззәтләнеп һыу эсте. Һары муйынсаҡ кеүек ваҡ-ваҡ таштар үтә күренеп ятҡан тап-таҙа, һалҡын һыулы, шәп аға торған шишмә. Тап ошоноң кеүек шишмәләр Ярат яғында ла күп, һәр үҙән һайын аға. Бөтәһенең дә исеме бар. Ҡайҙан табып ҡушып бөткәндәр. Туғайындағы сабынлыҡтар ҙа шул уҡ исем менән йөрөтөлә.

«Аҙаҡҡы көндә Ерәнат туғайын тултырып бөтә ауыл менән бесән сапҡайныҡ бит әле. Ошоноң шикелле сылтырап ағып, Һаҡмарға төшкән Ерәнат йылғаһы буйында. Ни эшләп атҡа бәйләп исем ҡуштылар икән уға?» Юлсының уйы тағы ла улына урап ҡайтты. Бәләкәй генә көйө шулай ныҡ ғәрләнә беләлер тип уйламағайны теге ваҡыт Әүбәкер. Зөбәйер ул көндө гел әсәһе менән генә һөйләште, атаһына бер һүҙ ҙә ҡушманы. Үҙенең йәтеш салғыһы менән ярһып бесән сапты, һөйләшерлек ваҡыт та теймәне былай. Аллы-артлы төшкән иллеләп кеше бөтәһе бер юлы салғы янып ала ла туҡтауһыҙ саба бирә. Зөбәйер ирҙәр артынан йөрөй. Арыһа ла белгертмәҫкә тырыша, бышлығып бөтә. Үләндәрҙе аша һелтәй башлағас, артынан сабып килгән Нәғимәнең: «Ҡуй, улым, сабынлыҡты боҙма, ял итеп ал, ағайҙарың асыуланыр», – тигән һүҙен ишетә һәм хәл йыйырға арбалар яғына йүгерә. Бер оҙон бакуй үткәнсе ултыра ла тағы килеп керешә. Ерәнат буйына төшкә сәй эсергә төшкәндә, Әүбәкер улына һүҙ ҡушып, арҡаһынан һөйөргә теләгәйне, тегеһе, ризаһыҙлыҡ менән яурынын йыйырып, ситкәрәк тайпылып ултырҙы.

Ә кис, арып ҡайтҡас, аҙ-маҙ ҡапҡыланы ла йоҡларға ятты. Ауылға эңер төшкәс кенә килеп еткән ҡот осҡос хәбәрҙе лә, атаһының икенсе көндө таң менән уның маңлайынан һыйпап-һыйпап яратҡанын да, үҙе теләп район үҙәгенә хәрби комиссариатҡа сығып киткәнен дә белмәне. Дүрт-биш көндән атаһын кире ауылға ҡайтарып, ғаиләһе менән тиҙ-тиҙ генә хушлаштырҙылар ҙа, туп-тура фронтҡа ебәрҙеләр...

«Тиҙерәк ҡайта һалайым. Бәлки, уға минең генә ҡулымдан килә торған берәй иң шифалы ярҙам кәрәктер. Бәлки… ғүмере ҡыл өҫтөндәлер. Юҡ-юҡ! Булмаҫ! Тиҙерәк, тиҙерәк...»

Әүбәкер шишмә янынан күптән ҡуҙғалып киткәйне инде. Аҙымын шәбәйтә төштө. Сатанлауы хәҙер нығыраҡ һиҙелә башлаған, һул яҡҡа еңелсә аушаңлай-аушаңлай, эйелеберәк атлай. Оло юлдан айырылып киткән ат юлы бара-бара һуҡмаҡҡа әйләнде. Әүбәкер яҙлыҡмаҫтай урындарҙа сиҙәмгә инеп, турараҡ тартырға тырышты. Текә генә үрҙе менеп барғанда шыма ҡылғанға һау аяғы тайып, уң яғындағы селеклеккә тотонорға өлгөрмәй ҡалды. Тау битенең шырт үләненә ике ҡулын һуҙып йөҙ түбән йығылды. «Эх, аяҡ-ҡулдың зәғифлеге ултырта бит»,– тип көрһөнөп ҡуйҙы. Яраланған сағын иҫкә төшөрҙө.

...1941 йылдың декабрь баштары ине. Әүбәкерҙең Мәскәү эргәһендә һуғышҡан бөтә дивизияһы күптән көтөлгән тәүге еңеү шатлығын кисерә. Илебеҙҙең баш ҡалаһы янында дошман тар-мар ителеп, ҡайһы бер урындарҙан йөҙ саҡрымдан да алыҫҡараҡ алып ташланды. Тап ошо көндә Әүбәкергә ауылдан өсмөйөшлө хат килде. Бер үк ҡағыҙға әсә менән ул икәүләп яҙғандар. Тәүҙә Нәғимәнең яҙыуы. Ауыл халҡының хәле фашист һалған ҡара һөрөм аҫтында, тигән. Берәм-берәм фронтҡа китеүселәрҙең исемен теҙгән. Ауылда ҡалған ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы ир урынына эшләүен һанап киткән. Зөбәйер атаһының урынына ат ҡараусы булып ҡалған икән дә баһа! Был турала ул үҙе яҙған. Мәктәптән сыға ла ат һарайына йүгерә икән. Ҡағыҙҙың аҫтағы буш өлөшөнә ҡулын йәйеп һалып, бармаҡтарының ситенән ҡәләм менән йөрөтөп сыҡҡан. «Атай, фашисты тиҙерәк еңеп, өйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайт. Ошо ҡул менән күрешербеҙ», – тип яҙып ҡуйған. Әүбәкер ҡабат ҡағыҙҙағы бармаҡтарға, усҡа текләп ҡараны: «Иртә таңдан тороп, ошо бәләкәй генә ҡулдары менән ат егеп, ярҙамлашып йөрөгән баланы этеп ебәрергә нисек баҙнат иттем?» Хатты гимнастеркаһының эске кеҫәһенә, документтары араһына, һалып ҡуйғас, ул ғаиләһен күреп, тиҙ генә ҡабат хушлашҡандай моңһоуланып ҡалды. Онотолоп торған күңел яраһы тағы ҡуҙғалды. Төндә окоп төбөндә ойоп киткәндә лә ауылдағы һуңғы көндөң  хәлдәре әрнеүле хис ҡатыш берәм-берәм күҙ алдынан теҙелеп үтте. Ошонан һуң тәүге алышта уҡ һул аяғы еңелсә яраланды. Ә уң ҡулы һуғыштың иң аҙағында, еңелгән дошман баш ҡалаһында пуля тейеп, терһәктән йөрөмәҫ булды. Яраларына Әүбәкер яйлап күнекте: «Шөкөр, тыныс тормошта сатан аяҡ, һыңар ҡул менән дә эшкә өйрәнелер. Ярар, һуғышта элегерәк зәғифләнмәнем. Дошманды ояһында дөмөктөргән көндәрҙе үҙ күҙем менән күреүҙән мәхрүм ҡалыр инем».         

Әүбәкер көнө буйы ял итмәй атланы. Батмус ҙурлыҡ алһыу түңәрәк ҡояш яйлап ҡына көнбайыш офоҡтағы күкһел тау артына батты. Юлсы күҙ бәйләнгәнсе барырға иҫәп тотҡайны. Тик көнсығыштан эйәреп килгән ямғыр тамсылары уны туҡтатты. Көндөҙ күк йөҙө зәп-зәңгәр ине, ҡояш байыуға болотлап китте. Былтырҙан тороп ҡалған һалам эҫкерте осрағас, Әүбәкер шуның төбөн ҡаҙып инеп, төнгөлөккә урынлашты. Ул да хәтерҙең осон Зөбәйергә килтереп ялғай ине...

Сабынлыҡтарҙың Яратҡа яҡын ғына ятҡандары бар. Йәй аҙаҡтарында Һаҡмар аръяғындағы Түштә лә кәбәндәр күренеп ултыра торғайны. Зөбәйер ете-һигеҙ йәштән үк көтөү ҡаршылап, ваҡ малдарҙы үҙе ҡарап алып ҡайтырға өйрәнде. Бер көн игеҙәк бәрәсле кәзәне, ҡараңғы төшкәнсе эҙләп, тапмай килде. Ишек төбөндә тапанып, ул алғы өйҙәге мейес янында ашҡа һалма һалып торған әсәһенән һораны:

– Ҡайтманылармы, әсәй?

– Йә, иртәгә ҡайтырҙар әле, сисен, балам. Бына, һин яратҡанса, дүрткел һалма ҡырҡып, ит бешерәм.

– Бәләкәй бәрәстәр ҡырҙа ҡунһынмы? Юҡ, тапмайынса ҡайтмайым, – тип, әсәһе һалманы ҡаҙанға төшөрөп бөтөп, әйләнеп ҡарағансы, йылп итеп сығып та йүгерҙе.

Уны көтә-көтә аш һыуынып бөттө, Нәғимә тынысһыҙлана башланы:

– Әүбәкер, тим, ул бит әйткәнен ҡуймай. Ҡайҙа йөрөй икән бынау ҡараңғыла?

Өй эсе, күрше-тирә аяҡҡа баҫты. Зөбәйерҙе төндә тапманылар.

Малай кәзәләрҙе Һаҡмар аръяғындағы туғайлыҡта эҙләгән-эҙләгән дә, унда ла табылмағас, үҙе арып, яңы ҡойолған кәбән төбөнә барып йоҡлаған. Таң атҡас, ауылдың икенсе яҡ осонан, көтөү йыйыла торған урындан, алып ҡайтҡан...

Әүбәкер һалам араһынан емелдәп төшкән ҡояш нурына уянып китте. Тышҡа сығып баҫты. Эҫкерт өҫтө еүеш, аяҡ аҫтындағы үләндәр дымға кинәнеп ултыра, һауа ҡайын һуты кеүек саф: төндә йәшенле ямғыр үткән, ахыры. Әүбәкер шуны ла ишетмәй йоҡлаған. Ана, тәбиғәт ҡайһылай терелеп, кинәнеп киткән.

Ҡояш төшкөлөккә еткәнсе атлағас, Әүбәкер тағы юлдан ситкә ҡайырылды. Хәҙер инде уға бөтөнләй таныш урындар башланды. Кинәнеп бармай нисек түҙәһең? Сәхрәлә йышыраҡ туҡтап ял итергә лә ярай. Юлда ауылдаштарҙың береһе осрап, улының хәле хаҡында шомло хәбәр һалыр ҙа уның өмөтөн юҡҡа сығарыр һымаҡ ине. «Ҡайтып етмәҫ борон кеше ауыҙынан ишеткәнсе, ғазаплы билдәһеҙлек яҡшыраҡ. Дүрт йыл ҡурғаш аҫтында йөрөп, ике үлемдән имен ҡалдың. Ниндәй гонаһың өсөн язаларға тейеш һине хәҙер Хоҙай? Юҡ-юҡ, булмаҫ!»

Зөбәйер бәләкәйҙән үк күберәк атаһына һарылды. Әүбәкер колхоздың ат һарайына  барғанда-ҡайтҡанда уны эйәргә үҙенең алдына ултыртып йөрөттө. Ике йәшлек сабый, әллә кем булып, тура ҡарап барыр ине. Әсәһе менән ҡалған саҡта, урамда егеүле ат осраһа, ике ҡулын өҫкә һуҙып: «Менәм! Менәм!» – тип ҡаршы йүгерҙе. Өс йәше тулғас, атаһы бер көндө уның яңғыҙын ғына эйәргә ултыртып, үҙе атты етәкләп, ихатаны уратып йөрөттө. Шул саҡ әсәһе, тәҙрәнән күреп ҡалып, йүгереп сыҡҡан:

– Әүбәкер, ни эшләүең был? Йығаһың бит баланы!

Зөбәйер әсәһенә ҡарап, ҡыуанысынан шарҡылдап көлдө. Ә үҙе эйәр ҡашына сат йәбешеп тотонған булған, сабый.

Теге ғәйебе иҫенә төшкәс, Әүбәкерҙең тағы быуындары хәлһеҙләнеп китте. Уйлап ҡараһаң, бер этеп ебәреү әллә ни ҙә түгел инде. Ғәҙәттәгесә, ауылда йәшәп ятылһа, ике-өс көндә үк онотолор ине. Их, шул ваҡытта иртәгә ҡайҙа китерен Әүбәкер белгән булһа! Асыу көсәйһә алға сыға, айыҡ аҡыл һуңынаныраҡ йөрөй шул. Йөрәген сәнсеп, күҙ алдында Зөбәйерҙең хәтере ҡалып ҡарап тороуы һаман килә лә баҫа...

Ауылға күп тә ҡалманы инде. Анау алдағы һөҙәк үрҙе артылып, Түш туғайына төшөүгә, күренә лә башлай, Һаҡмар кисеүенә етәрәк, ихата эсе ус төбөндәге кеүек асыла. Күп тигәндә, ярты сәғәтлек юлдыр. «Юҡ, шулай ҙа артабан барырға көс ҡалманы, һуңғы тапҡыр ултырып, ял итеп алайым...» Әүбәкер үҙәгенә үткәнсе асыҡҡайны. Тоҡсайындағы аҙыҡ-түлек бөттө, күстәнәскә тигән бер-ике кәнсир генә ҡалды. Уныһына тейергә ярамай. Ашайым тиһәң, туғай тулы – еләк-емеш. Уға тик хәл кәрәк тә, ваҡыт кәрәк. «Ярар, ярты сәғәткә ни!» Әүбәкер, тоҡсайын баш аҫтына һалып, күпереп үҫкән үләнгә салҡан һуҙылып ятты. Яҡында ғына кәкүк ҡысҡырҙы. Әүбәкер уның үҙен дә күрҙе. Эргәләге бейек ялбыр ҡайын ботағынан осоп китеп, алыҫҡараҡ барып ҡунды ла ҡабат саҡыра башланы, һуғышта ла ҡоштар тауышы йәй көндәрендә, атыш тынған арала, ҡайһы берҙә ҡолаҡҡа салынып ҡала торғайны. Әммә унда тәбиғәттең бар донъяһын, әйтерһең дә, ниндәйҙер үтеп сыға алмаҫлыҡ быяла стена менән айырып ҡуйғандар кеүек. Ләззәтләнеп һоҡланырға ваҡыт теймәгәнгә шулайҙыр. Ә бында – ниндәй хозурлыҡ! Ҡоштар һинең өсөн ярышып һайрай төҫлө.

Ҡабат ҡуҙғалыу юлсының иңбашына ҡурғаш йөк һымаҡ төштө. Бығаса белгертмәгән яралар дыулап һыҙлай – әллә көн боларырға оҡшай, әллә арып хәлдән тайыу сигенә еткән. Әүбәкер ҡалҡынған саҡта эргәһендә ҡоро ағас ятҡанын күреп ҡалды. Ботаҡтарын һау ҡулы менән ергә ҡыҫып һындырып, таяҡ яһаны. Ул шуның ярҙамында һөйрәлеп тигәндәй аяғына баҫты. Атлап китте, һаман нығыраҡ аҡһаны. Ял иткән арала тәне ҡорошоп өлгөргән. Үрҙе менеп еткәнсе яҙылманы. Ауылдың беренсе ҡыйығы күренгәс, уның йөрәге ярһып, дөпөлдәп тибергә тотондо. Әллә ҡан йөрөшө шәбәйеп, тәне ҡыҙып китте инде – юлсы һыҙланыуын тоймай, еңелерәк атлай башланы. Ярат ус төбөндәге кеүек тотош күренде. Ана, үҙенең алты мөйөшлө ҡарағай өйө. Ауылда бер генә йорт та артмаған, һаман элеккесә. Яҡынайған һайын асығыраҡ күренә. Биш-алты өйҙөң тәҙрәләре ябыҡ. Элек халыҡта улай көпә-көндөҙ өй томалап ултырыу ғәҙәте юҡ ине лә баһа. Тәҙрәгә арҡыры ҡаҙаҡланған таҡталарҙы Әүбәкер Һаҡмар кисеүенә төшөр алдынан ғына абайлап ҡалды. Йөрәген ниҙер семетеп алды. Бер аҙ туҡтап тороп, ул өйҙәрҙең хужаларын иҫләп маташты. Шул саҡ уның ҡарашы бер йорт башында елберләгән ҡыҙыл  флагка төбәлде. Бригада йорто ине ул. Еңеү шатлығын алыҫҡа хәбәр итеп тора. Бригада йорто... Әүбәкерҙең уйҙары тағы Зөбәйергә әйләнеп ҡайтты. Ул ҡабат үҙ өйө яғына ҡараны. Ишек алдында ниндәйҙер ат егеүле тора. Арба тирәһендә оҙон буйлы, мыҡты ғына кәүҙәле ир заты йөрөп ята. Ҡайҙалыр китергә әҙерләнә, ахыры. Кем булырға мөмкин һуң ул?! Тиҙерәк белергә ашҡынып, Әүбәкер төбөндә аҡ, һоро таштары күренеп, көслө ағымы менән аяҡтан йығырҙай ярһып аҡҡан Һаҡмарҙы туп-тура кисеп сыҡты. Йәһәтерәк ярға күтәрелеп, инде эргәлә генә торған өйөнә атлыҡты.

Бер заман теге ир, егеүле атын ташлап, йүгереп туғайға төшә башланы. Әүбәкер уның үҙенә ҡаршы килгәнен күрҙе һәм йөҙөн төҫмөрләргә тырышты. Был бит уның улы! Әүбәкер, ҡапыл күкрәгенә тулышҡан шатлыҡтан быуынһыҙланып, сайҡалып китте. Ул арала теге ҡысҡырып ебәрҙе:

– Атай!

Тыны бөтөп йүгереп килеп еткән ҡарағусҡыл бөҙрә сәсле, ҡуңыр йөҙлө егеткә Әүбәкер тубыҡланып ултырған еренән ике ҡулын һуҙҙы:

– Балам! Зөбәйерем! Һинме ни был?

Зөбәйер көслө ҡулдары менән атаһының ике ҡултыҡ аҫтынан ҡыҫып тотоп, күтәрелергә ярҙам итте лә, аяғына баҫтырғас, ҡосаҡлап алды. Ул устары менән атаһының арҡаһы дерелдәгәнен һиҙҙе. Шатлығынан кинәнеп көләме, әллә илаймы – Зөбәйер аңлай алманы. Ә Әүбәкер, улын ҡосаҡлап тороуына ышанмағандай, битен уның яңағына терәгән дә ҡулы менән Зөбәйерҙең яурындарын, сәстәрен ҡапшап-ҡапшап ҡарай. Аҙаҡ улын ысҡындырып, ситкәрәк китеп, йәнә буй-һынына күҙ һалды. «Алыҫтан еткән ир кеүек күренгән була. Малай ғына икән дә баһа. Буйға үҫеп, яурындары киңәйеп, йөҙө ҡаҡсаланып киткән...»

Атаһының һау ҡулын Зөбәйер үҙенең яурыны аша һалып, биленән эләктереп алды ла икәүләп йәнәшә атланылар. Буйға улар бер тигеҙ ине.

– Әкренерәк, улым. Елтерәтә һөйрәйһең бит. Ҡайһылай көсләнеп киткәнһең. Ҡасан һауығып, дауахананан сығып өлгөрҙөң әле?

– Дауахана?  Ятманымсы, атай, унда. Әсәйем үләндәр менән өйҙә генә дауаланы.

– Ни эшләп аттан йығылырға булдың әле, улым?

– Сәсеүҙе бригадала Беренсе Майға бөтөрөргә һөйләшкәйнек. Халыҡты төнгө сменаға саҡырҙым. Бер ҙә йоҡламай йөрөгәйнем. Аҙаҡҡы төндә эйәрҙә йоҡлап киткәнмен. Атым тайып ҡолап, үҙем аҫта ҡалдым. Артыҡ ҡурҡыныс түгел ине, атай. Әсәйем, уны-быны уйламайынса, ҡапыл борсолоуынан һиңә хат яҙып ебәргән дә ҡуйған. Аҙаҡ үҙе лә үкенеп бер булды.

Әүбәкер туҡтаны ла улына тағы бер баштан-аяҡ һоҡланып ҡарап торҙо. Унан, һыңар ҡулы менән яурынынан тартып, үҙенең туҙанланған йыйырсыҡлы маңлайын улының сикәһенә терәне.

– Бирешмәгәнһең, улым, афарин... Мин... ҡурҡҡайным һинең өсөн.

– Ә беҙ һинең өсөн, атай? Ошондай шатлыҡлы ваҡытта ауырып ятып буламы? Көндәр буйы ҡырҙа йөрөйбөҙ. Әле юл ыңғайында ғына өйгә һуғылғайным. Үҙебеҙҙең тапҡырҙан килгәс, моғайын, һиндер тип уйланым, атай. Иртәгә өмә яһайбыҙ, бесәнгә төшәбеҙ...

– Өмә? – Әүбәкер тағы ла шып туҡтаны. Был юлы уның ни уйлағанын, күңеле ниҙәр кисергәнен Зөбәйер башына ла килтермәне, әлбиттә. Атаһының аптырабыраҡ киткәнен үҙенсә аңланы:

– Миңә сыҡмайынса ярамай шул, атай. Һинең яныңа, ваҡыт табып, һис шикһеҙ ҡайтып әйләнермен.

Әүбәкерҙең күңеле күтәрелеп китте.

– Һин өмәнән атайыңды ҡалдырмаҡсыһыңмы? Юҡ инде! Бына бөгөн ял итеп алам да сығам! Үҙең әйтмешләй, шундай ваҡытта ни эшләп ятмаҡ кәрәк? Әйҙә, йәһәтерәк менәйек.

– Әйҙә, улай булғас. Әйтмәй йүгергәйнем, әсәйем белмәйҙер әле. Өйҙә һауыт-һаба менән булашып йөрөй ине... Тәҙрәнән күреп ҡалған икән, атай, ҡара әле, ана үҙе йүгереп төшөп килә! Ошо юлдан кҡн һайын күҙ ҙә алмай көтә инек бит һине...

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в