Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Йәштәргә ярҙам йөҙөнән

 100-500 мең һум күләмендәге грантты алыу өсөн нимә белергә кәрәк һуң?

Йәштәргә ярҙам йөҙөнән
Йәштәргә ярҙам йөҙөнән

 «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" проектына ярашлы  Башҡортостанда бик күп мөһим эштәр башҡарыла. Шуларҙың береһе - 25 йәшкә  тиклемге кешеләргә эшҡыуарлыҡ хеҙмәте нигеҙҙәрен өйрәнеүҙә ярҙам итеү. Яңы программа буйынса грант алыу өсөн ул мотлаҡ шарт һәм быйыл  бизнесҡа ярҙам итеү йәһәтенән эшләнгән.

- 25 йәшкә тиклем эшҡыуарҙарға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 100-500 мең һум күләмендәге гранттар граждандарҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүҙең иң кәрәкле һәм һөҙөмтәле ысулы булып тора. Уҡыуҙар түләүһеҙ шарттарҙа Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының «Минең бизнес» үҙәге тарафынан уҙғарыла. Грант алыу өсөн конкурста ҡатнашыу өсөн тейешле документ – сертификат уңышлы уҡыуҙың һөҙөмтәһе  буласаҡ, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Программала республика территорияһында теркәлгән һәм үҙ эшен  алып барыусы шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр ҡатнаша ала. Улар, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнеүҙән тыш, бизнес-план һәм үҙ проектының маркетинг стратегияһын эшләйәсәк, заманса IT-ҡарарҙар индереү тураһында беләсәк, шулай уҡ бизнесты алға ебәреү инструменттарынан файҙаланырға өйрәнәсәк.

Фото: "Бшинформ"

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в