Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Июня 2022, 07:08

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо булыр?

Һауа температураһы ҡайһы бер райондарҙа +29 градусҡа етәсәк.

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо булыр?Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо булыр?
Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо булыр?

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 24 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә . Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында ел көсәйеүсән. Һауа температураһы +21, +26, көньяҡта +28, +33 градус була.

Шәмбе, 25 июндә, төбәктә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Төндә +10, +15, көндөҙ +20, +25, республиканың көньяғында төндә +14, +19, көндөҙ +24, +29 градус.

Йәкшәмбе, 26 июндә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Загида Мусина
Читайте нас