

Башҡортостанда Өфө — Асҡар пассажир маршрутының эше тергеҙелде, тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.
Республиканың баш ҡалаһынан ул дүшәмбе, шаршамбы, йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Көньяҡ автовокзалдан — көндөҙгө сәғәт 4 тула 20 минутта, Асҡарҙан иртәнге 7-лә ҡуҙғала.
Бынан алда Республикаға идара итеү системалары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә автобустың ватылыуы тураһында мөрәжәғәттәрҙе теркәгән. Транспорт 29 июндә йөрөй башлаған — унан алда «Башавтотранс» ремонт эшләгән һәм графикка төҙәтмәләр индергән.
«Асҡарға барған юлда республиканың иң матур шифаханаларының береһе — «Яҡтыкүл» урынлашҡан. Ошо уҡ автобус менән барып етергә мөмкин», — тип белдерҙеләр Республикаға идара итеү үҙәгендә.
Фото:Республикаға идара итеү үҙәге