

Башҡортостан класс етәкселәренә айлыҡ түләүҙәр өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ. Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Алдағы өс йылда илдең барлыҡ төбәктәренә ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 682 миллион һум бүленәсәк. Алдағы өс йылда илдең барлыҡ төбәктәренә ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 682 миллион һум бүленә.
Өҫтәмә финанслау үҙ тибы буйынса дөйөм белем биреү булмаған мәғариф ойошмаларының класс етәкселәренә түләүҙәргә бара. Мәҫәлән, колледждар йәки юғары уҡыу йорттары составына ингән мәктәптәр.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Владимир Путин 2020 йылда уҡытыусыларға өҫтәмә финанс ярҙамы тураһында ҡарар ҡабул итте. Класс етәкселәренә ай һайын 5-әр мең һум түләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың быға тиклем билдәләнгән өҫтәмәләре лә һаҡлана. Башстаттың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың дәүләт мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың эш хаҡы быйыл уртаса 36 082 һум тәшкил итте. Сумма класс етәкселеге өсөн түләүҙәрҙе иҫәпкә алмай бирелгән.
Фото: https://loon.site/