

Бөгөн – интернет заманы, тиһәк тә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ихтыяж һәм иғтибар кәмемәй. Гәзит-журналдар халыҡтың рухын байыта, мәғлүмәтле итә. Был эштә почта хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы улар өсөн айырыуса яуаплы осор һанала.
Почтальондар үҙҙәре хеҙмәтләндергән ауылдарҙа һәр кемде яҡшы белә һәм уның рухи донъяһын, зауығын аныҡ күҙаллай. Шунан сығып, уларға ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ гәзит-журналды тәҡдим итәләр. Йәнә халыҡта теге йәки был баҫмаға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн почтальондар үҙҙәре лә ваҡытлы матбуғат өлгөләре менән танышып барырға, мәғлүмәтле булырға тейеш.
Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре, ветерандар! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, ныҡлы таҙалыҡ, һәр көнөгөҙ шатлыҡта үтеүен теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.
Һүрәттә: Ғафури районы Игенйылға почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре.