+21 °С
Болотло


“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылының урта мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» булдырыу буйынса эштәр башланды. Әле яңы заманса ҡорамалдар: һанлы лабораториялар, механика, робот техникаһы ҡайтарылды. Был тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге төп һәм өҫтәмә программалар буйынса белем биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк.