

Шайтан үҙенә кешене дошман итеп алған саҡта уның ҡайһы ере иң мөһим урын икәнен, әлбиттә, белеп торған. Шуға ла ул инде меңйыллыҡтар буйына кешеләрҙең тап йөрәктәренә һунар ойоштороу менән мәшғүл. Йөрәк – ул кешенең рухи ҡәлғәһе. Һәм әгәр ул ҡәлғәнең ишектәре ныҡлап ябылмаған икән, шайтан уны еңел генә яулай аласаҡ. Шайтандың йөрәккә инә торған ишектәре бик күп төрлө.
1) Иң беренсе ишек – ул асыуланыу. Әгәр кеше асыуланһа, уның аҡылы томалана, ул инде ни эшләгәнен үҙе лә аңламаҫҡа мөмкин. Аҙаҡ, һыуынғас, аңлар, әммә инде һуң булыуы ихтимал. Асыуланған кешене «енләнгән» тиҙәр, русса ла шулай – «взбесился». Йәғни, ундай кешенең йөрәгенә ен (шайтан) инеп ултырған. Һәм бала нисек ҡурсаҡ менән уйнай, шайтан да ул кешене нисек теләй, шулай ҡыландырырға тотона. Ошо ваҡытта шайтан уны төрлө гонаһтарға бик еңел этәрә: ирешергә, һуғышырға, ҡатыны менән айырылышырға һәм башҡаһына.
Бер ваҡыт ике кеше ирешеп китә. Береһенең бите ҡыҙарып, муйынындағы тамырҙары ҡабарып сыға. Быны күргән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ: «Мин шундай һүҙҙәр беләм – әгәр был кеше уларҙы әйтһә, тынысланыр ине. Ул һүҙҙәр: «Әғүүҙү би-Лләәһи минә-шшәйтаани-
рраджиим» («Ләғнәтле шайтандан Аллаһҡа һыйынам»), - ти. Һәм теге кешегә: «Ләғнәтле шайтандан Аллаһҡа һыйын», - тиҙәр» (Бохари, Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).
2) Икенсе ишек – байлыҡ яратыу. «Байығыуҙа ярышыу һеҙҙе әүрәтә (диндән ситкә йүнәлдерә)», - тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, «Байығыуҙа ярышыу» сүрәһе, 102:1). Йөрәгенә мал-мөлкәткә ҡарата ҡыҙығыу үтеп ингән кеше ғибәҙәт ҡылыуға, динен өйрәнеүгә, иманын нығытыуға иғтибар бирмәй башлай, бөтә уйлағаны: «Донъямды бөтәйтер кәрәк, аҡса йыйыр кәрәк», һәм башҡаһы. Әйтәйек, ул бер йыл тирәһе инде Ҡөрьәнде асып ҡарағаны ла юҡ, уның урынына бизнес һәм карьера буйынса китаптар уҡыуҙы өҫтөнөрәк күрә, ул өҫтәмә ураҙалар тотмай, сөнки хужалығымды йүнләп ҡарай алмаҫмын, тип ҡурҡа.
«Әгәр әҙәм балаһына бер ялан алтын бирелһә, ул тағы бер ялан алтын булыуын теләр ине. Әгәр уға ике ялан алтын бирелһә, ул өсөнсөһөн теләр ине. Кешенең ҡорһағын тупраҡтан башҡа бер нәмә лә туйҙыра алмаҫ», - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
3) Өсөнсө ишек – ул күп итеп ашау. «Ашағыҙ-эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ. Ысынлап, Аллаһ исраф ҡылыусыларҙы яратмай!»- ти Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә («Кәртәләр» сүрәһе, 7:31).
«Кешенең бер ҡасан да үҙенең ашҡаҙанынан да яманыраҡ башҡа һауыт тултырғаны юҡ. Әммә әгәр быны эшләргә тура килә икән, ул саҡта өстән бер өлөшө – аҙыҡ, өстән бер өлөшө – һыу һәм өстән бер өлөшө һауа өсөн булһын», - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ (Тирмиҙи йыйынтығынан, сахих хәҙис).
Кеше күп итеп ашаһа, нимә була? Уның шунда уҡ төрлө харам нәмәләргә аппетиты асыла: ул музыка тыңлау, файҙаһыҙ фильмдар ҡарау булһынмы, гонаһлы енси теләктәрҙең ҡуҙғып китеүе булһынмы, ул намаҙ ҡалдырыу йә намаҙҙы ялҡауланып ҡына уҡыу булһынмы, һәм башҡаһы. Күп ашаған кешенең ҡан тамырҙары киңәйә, һәм шайтанға уның тәне буйлап йөрөүе еңел була башлай.
4) Дүртенсе ишек – ашығыу. «Ашығыу – шайтандан, тыныслыҡ – Аллаһтан», - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ (Тирмиҙи, Бәйһәҡи йыйынтыҡтарынан, хәсән хәҙис).
Бөгөн берәй мосолманға: «Һинең турала шулай тип һөйләйҙәр», - тип берәй хәбәр килеп етһә, ул шунда уҡ: «Нимә?! Кем әйтте? Ҡайҙа ул?» - тип пыр туҙына башлай. Шул саҡта уны шайтан төрлө яман уйҙарға һәм боҙоҡ эштәргә еңел генә этәреп ебәрә ала. Ә бит дин беҙгә тыныс булырға өйрәтә. Ул хәбәр һиңә дөрөҫ килеп еткәнме, уны ысынлап та шул кеше әйткәнме, әйткән саҡта нимә уйлап әйткән, бәлки икенсе мәғәнәлә әйтергә теләгәндер – иң тәүҙә шулар хаҡында фекерләп, бер аҙ туҡтап тороу тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Шулай уҡ, ҡай бер кешеләр тиҙ-тиҙ генә бер эшкә тотоноп, уны ҡабаланып эшләп, төҙөйһө урынға емереп, шунан тағы тиҙ генә икенсе бер уйға килеп, ахыр сиктә икенсе кешенең төҙөп ултыртҡан нәмәһен дә емереп, аҙаҡ үҙен дә, бүтәндәрҙе лә үкенескә һәм ҡайғыға ғына һалыусан. «Ашыҡҡан ашҡа бешкән», «Ашыҡҡандан аҡыл һорамайҙар», тиҙәр был турала халыҡта ла.
5) Бишенсе ишек – фәҡирлектән ҡурҡыу. Күптәр, әгәр Аллаһ юлында аҡса сарыф итһәм, байлығым кәмер һәм ярлылыҡ килер, тип ҡурҡа. Бындай төшөнсәләр – шайтандан. Хәҙистәрҙән күренеүенсә, киреһенсә, көн һайын иртән, Аллаһ ҡолдары уянғанда, күктән ике фәрештә төшөп, береһе: «Йә Аллаһ, үҙенең малын Аллаһ юлында тотоноусыға уны кире ҡайтар!» - тип, ә икенсеһе: «Йә Аллаһ, һаранды һәләк ит!» - тип доға ҡылып тора (Бохари, Мөслим, Әхмәд йыйынтыҡтарынан). Шуға күрә, әгәр кемдер Аллаһ ризалығы өсөн тип мал-мөлкәт сарыф итһә (фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн, ә дан тип тә, кеше күрһен тип тә, үҙем ҡәнәғәт булайым, тип тә түгел!), ул саҡта Аллаһ Тәғәлә уға был сарыф иткәнен тулыһынса кире ҡайтарасаҡ, хатта арттырып бирәсәк, иншәәАллаһ.
«Шайтан һеҙҙе фәҡирлек менән ҡурҡыта һәм боҙоҡлоҡҡа этәрә», - тип иҫкәрткән Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә («Һыйыр» сүрәһе, 2:268). Шайтан кешегә нимә ти? Һин һаҡсыл, экономлы булырға тейешһең, аҡсаңды әрәм-шәрәм итмә, киләсәгең тураһында уйла, тип вәсвәсәләр ташлай. Һәм йәһил кешеләр хатта ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә вузға инеүҙәренә тип меңләп-меңләп аҡса йыя, ә Аллаһ юлында иһә 100 һум саҙаҡа биреүҙе лә күп күрә, байлығым кәмер, тип ҡурҡа. Һаран булмағыҙ, ниғмәт – Аллаһтан, һәм кемгә – бай, ә кемгә ярлы булырға икәнен дә фәҡәт Ул ғына хәл итә!
"Ваҡыт!"