Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Июль 2022, 17:33

Яңы мутлашыу ысулы хаҡында иҫкәрттеләр

Ләкин уны йыйғандан һуң эйәһенең номерына килгән бөтә смс-хәбәрҙәр енәйәтселәр телефонына йүнәлтелә.

Яңы мутлашыу ысулы хаҡында иҫкәрттеләр
Яңы мутлашыу ысулы хаҡында иҫкәрттеләр

Енәйәтселәр операторҙар исеменән  шылтыратып, уларҙың номерына төрлө хеҙмәттәр тоташтырылыуы тураһында хәбәр итә башлаған. Һаҡлыҡ банкында ошо хаҡта һөйләнеләр.

Мутлашыусы потенциаль ҡорбанға шылтырата һәм билдәһеҙ кешеләрҙең уның номерына рөхсәтһеҙ йүнәлеш биреүен белдерә. Шунан һуң был  хеҙмәтте «һүндереү» өсөн смартфонда ҡыҫҡа команда яҙырға кәрәген аңлата. Ләкин уны йыйғандан һуң эйәһенең номерына килгән бөтә смс-хәбәрҙәр енәйәтселәр телефонына йүнәлтелә.

Картаның номеры (хәбәр-коды һәм смс-коды) булғанда мутлашыусы интернетта хужаһы исеменән һатып алыу, шулай уҡ интернет-банктың шәхси кабинетында теркәлеү һәм бөтә чаттарға ла инеү мөмкинлегенә эйә була.


Фото: UfaTime.ru

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: