Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Июль 2022, 09:48

Һөҙөмтәләр ҡыуандыра

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һөҙөмтәләр ҡыуандыра
Һөҙөмтәләр ҡыуандыра

“2021  йылда, “Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыу дәүерендә, мәҙәниәт йорттарын яңыртыу, автоклубтар һатып алыу, моделле муниципаль китапханалар булдырыу, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса күп эш башҡарылды. Яңыртылған 10 китапхана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, юғары тиҙлекле Интернетты ҡулланырға була. Федераль электрон ресурстарға инеү мөмкинлеге бар. Китап фонды байытылған, төрлө категория китап уҡыусылары өсөн бөтә шарттар булдырылған. Китапханала рәхәтләнеп эшләргә, аралашырға, ял итергә, күңелде, рухты байытырға була.

Проектта ҡатнашҡан ике йыл эсендә генә лә Башҡортостанда 14 моделле китапхана асылып өлгөрҙө. Улар халыҡ араһында төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы акциялар, саралар үткәрә.

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу дәүерендә республикабыҙҙа егермеләгән яңы быуын китапханаһы үҙ ишектәрен асасаҡ. Был китапханалар уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу менән бер рәттән республикала китапханалар тармағын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк”, – ти Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Автор:
Читайте нас: