Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Июль 2022, 10:58

Эшҡыуарҙар Ростуризмдан грант ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә

Ростуризм туризм өлкәһендәге проекттары булған төбәктәрҙе һайлау буйынса эш башланы.

Эшҡыуарҙар Ростуризмдан грант ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә
Эшҡыуарҙар Ростуризмдан грант ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә

Ростуризм туризм өлкәһендәге проекттары булған төбәктәрҙе һайлау буйынса эш башланы. Был проекттар 2023 йылда тормошҡа ашырға тейеш. Заявкалар 1 августҡа тиклем ҡабул ителә.
Грант күләме 3-10 млн һум. Сумма проекттың төрөнән тора. Мәҫәлән, пляждар ҡороу, балалар майҙансыҡтары һәм спорт зоналары, милли туристик маршруттар булдырыу өсөн 3,1 млрд һум сарыф итеү планлаштырылған. Кемпинг һәм автокемпингтар төҙөү өсөн 700 млн. һум китәсәк. Проекттарҙы үҫтереү, турист ҡорамалдары һатып алыу, йыл әйләнәһенә эшләгән бассейндар төҙөү, мобиль ҡушымталар, аудиогид, мөмкинлектәре сикләнгән туристарға уңайлыҡтар булдырыу өсөн 1,5 млрд һум тотоноу күҙаллана.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана #владимирпутин #предпринимательство #туризм 

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: