Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Август 2022, 08:15

Ҡариҙел буйы ниңә йәмле?

База биләмәһендә кафе, мунса, административ бина бар. Яр буйы зонаһы төҙөкләндерелгән, ятаҡтар, душ кабиналары ҡуйылған, кәмәләр өсөн ике причал эшләнгән.

Ҡариҙел буйы ниңә йәмле?
Ҡариҙел буйы ниңә йәмле?

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Павловка һыу һаҡлағысы ярында, Ураҙбахты ауылында йәнә бер туристик локация барлыҡҡа килде. Ул – ябай туристик база ғына түгел, ә “Ғаилә ваҡиғалары” исемле тотош эко-отель комплексы. Инвестиция проектының инициаторы – Рожина Эльвина Фәрит ҡыҙы. Әлегә тиклем ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм ишәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан. Уға отель биләмәһенә илткән юлға ҡырсын түшәүҙә ярҙам күрһәтелгән.

Әле бында туғыҙ йорт һалынған. База биләмәһендә кафе, мунса, административ бина бар. Яр буйы зонаһы төҙөкләндерелгән, ятаҡтар, душ кабиналары ҡуйылған, кәмәләр өсөн ике причал эшләнгән. Комплекс биләмәһендә йыл әйләнәһенә ял итеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Тағы ла ете йорт төҙөү, ҡорамалдар һатып алыу, зоопарк асыу планлаштырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/293287

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/293287

Автор:
Читайте нас: