Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Август 2022, 11:15

Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Әйткәндәй, бөгөн шағирәнең тыуған көнө. Тәнзилә Сәлих ҡыҙына изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам               Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Ҡатын-ҡыҙ

Серле йомаҡ, серле йомғаҡ -
Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле.
Мөлдөрәмә тулы наҙы
Китер кеүек түгелеп.

Көҙгө ҡояштай һағышлы,
Яҙғы ҡояштай шаян,
Йәйге ҡояштай яғымлы -
Был тиклем дә йәм ҡайҙан?

Был тиклем наҙ гөлләмәһен
Хоҙай бүләк итәме?
Ғаләмдән тылсым алырға
Бер теләге етәме?

Теләй икән - Ҡояш нурын
Тетеп иләй ала ул.
Нурҙан бәйләгән түшәккә
Сабый биләп һала ул.

Шундай ҙур тылсымға эйә
Һөйкөмлө гүзәл затты
Тәңрем бәләнән ҡурсыһын,
Ғүмеркәйен оҙайтһын!

Йөрәгем

 

Йөрәккәйем һеңде күкрәгеңә,
Ҡосағыңа мине алғанда.
Күҙ нурҙарым күҙҙәреңдә батты...
Күрмәнеләр быны ҡалғандар.
Беҙ икебеҙ генә белдек серҙе.
Беҙ икебеҙ генә һөйөндөк.
Беҙ икебеҙ генә, баш юғалтып,
Бер беребеҙҙе һөйҙөк, һөйөлдөк.
Беректеләр инде йәндәребеҙ -
Беҙҙән алда улар ҡауышты.
Ҡанатланып китәм, телефондан
Ишетһәм дә наҙлы тауышты.
Йөрәгемде һинән кире алмам,
Күҙ нурым да ҡалһын күҙеңдә.
Саф хис ҡуна бары йомарт йәнгә,
Ә ҡауыша бары түҙемдәр.

Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам

Шиғыр яҙа алыр инем микән
Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам;
Ағиҙелдең йомшаҡ һыуы менән
Көн дә таңда битем йыумаһам?

Шиғыр яҙа алыр инем микән
Күрмәй үҫһәм Мәсем, Масаҡты?
Алдарыма ҡая ҙурлыҡ итеп
Артылырға ҡуям маҡсатты!

Йылҡысыҡҡан һымаҡ уйым төпһөҙ,
Шиғыр-толпар унан күтәрәм;
Тойғоларым серле Шүлгәнемдең
Саф шишмәһе кеүек күк, тәрән.

Илһам бирә хатта Үҙәндәге
Аллы-гөллө, йәмле, ваҡ таштар.
Мин Бөрйәндән булған өсөн генә
Шиғыр яҙа алам, яҡташтар!

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:
Читайте нас: