Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Август 2022, 10:24

Башҡортостанда экспортерҙарға продукция ташыу сығымын ҡайтаралар

Сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау ил Хөкүмәте ҡарары менән ҡаралған.

Башҡортостанда экспортерҙарға продукция ташыу сығымын ҡайтаралар
Башҡортостанда экспортерҙарға продукция ташыу сығымын ҡайтаралар

2024 йылдың аҙағына тиклем предприятиелар сәнәғәт продукцияһын транспортлауға сығымдарҙың 80 процентына тиклем ҡаплаған субсидиялар алыу мөмкинлегенә эйә. Өҫтәүенә модель ойошмаларҙы дәрәжәгә бүлеүҙе һәм һайлап алыуҙа ҡатнашыуға документтарҙы алдан тапшырыу кәрәклеген бөтөрә.

- Һуңғы ваҡытта логистиканың хаҡы һиҙелерлек артты. Яңы сара сәнәғәт өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырған инвесторҙарға ныҡ ярҙам итәсәк - тип билдәләне Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. - Субсидияға экспортерҙар тормошҡа ашырылған ташыуҙар буйынса бюджет средстволары лимиты сиктәрендә иҫәп тота ала, шул уҡ ваҡытта Рәсәй экспорт үҙәгенә заявка бирергә кәрәк.

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы мәғлүмәте буйынса, быйыл экспортерҙарға субсидияға 8 миллиард һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта ғәмәлдәге механизмдарҙы көйләү һәм яңыларын башлауға әҙерлек бара.

Ярҙам «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектында ҡаралған. Ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырылған милли проект Рәсәй компанияларының сит ил баҙарына сығыуы өсөн бөтә шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=башкирия%20экспорт%20вагонами&from=tabbar&pos=4&rpt=simage&img_url=http%3A%2F%2Frailexpoua.com%2Fwp2.jpg

 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: