Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Август 2022, 17:00

Республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы барлыҡҡа килде

Был маҡсаттарға республика бюджетынан кәмендә 100 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы барлыҡҡа килде
Республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы барлыҡҡа килде

Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, быйыл йәйҙән башлап йорт һатып алыу йәки төҙөү өсөн сертификатты ипотекаға тәүге иғәнәне түләү өсөн файҙаланырға мөмкин. Аҡсаны төп бурысты йәки процентты ҡаплау өсөн файҙаланырға мөмкин.

Быйыл 2016 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торған граждандар ярҙам алыуы мөмкин. Был маҡсаттарға республика бюджетынан кәмендә 100 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Аҡса алыу өсөн (ул 250 мең һум тәшкил итә) район йәки ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: