Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Август 2022, 09:30

Байрамда мәктәп ялтлап торасаҡ

1962 йылда төҙөлгән мәктәп алтмыш йыллыҡ тарихында өс тапҡыр ремонтланған.

Байрамда мәктәп ялтлап торасаҡ
Байрамда мәктәп ялтлап торасаҡ

Быйыл Өфөләге 7-се музыка мәктәбе 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй.  Ошо уңайҙан учреждение юбилейына төп бүләк капиталь ремонттан һуң яңыртылған йорт буласаҡ. Барлыҡ эштәр "Мәҙәниәт" проекты дөйөм дәүләт программаһына ярашлы башҡарыла. Был маҡсаттарға 23 миллион һум аҡса бүленгән.

1962 йылда төҙөлгән мәктәп алтмыш йыллыҡ тарихында өс тапҡыр ремонтланған. Мәктәптә 15 музыка йүнәлеше буйынса 405 бала шөғөлләнә: фортепиано, скрипка, баян, аккордеон, думбыра, балалайка, гитара, ҡурай, ҡыл ҡумыҙ, торба, кларнет, саксофон, флейта, синтезатор.

Контракт буйынса фасадты ремонтлау, бинаның парапеты, концерт залын һәм сәхнәһен, эске ремонт, вентиляция, һыу, электр,  канализация системаларын алыштырыу ҡаралган.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: "Башинформ" агентлығы

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: