Шоңҡар
-4 °С
Ясно
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Августа 2022, 14:20

Башҡорт егете Рәсәй чемпионатында көмөш призер булды

Ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең 9-сы асыҡ чемпионаты еңеүсеһе һәм призерҙарының исемдәре билдәле булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт егете Рәсәй чемпионатында көмөш призер булдыБашҡорт егете Рәсәй чемпионатында көмөш призер булды
Башҡорт егете Рәсәй чемпионатында көмөш призер булды

Ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең 9-сы асыҡ чемпионаты еңеүсеһе һәм призерҙарының исемдәре билдәле булды. Ярышта Ленинград өлкәһе механизаторы Александр Дерюгин еңеү яуланы, ә икенсе урынды Мәләүез районынан Илдар Ишекәев алды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Илдар Ишекәев – тәжрибәле оҫта, ярыштарҙа беренсе чемпионаттан уҡ ҡатнаша, күп тапҡыр еңеүгә яҡын булды. 8 августан 14-нә тиклем Ленинград өлкәһендә үткән чемпионатта Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән һәм сит илдәрҙән командалар ҡатнашты.

Күргәҙмә барышында «Башҡорт тирмәһе» рәүешендә Башҡортостан экспозицияһы тәҡдим ителде. Күргәҙмә ҡунаҡтарын республиканың агросәнәғәт комплексы потенциалы менән таныштырҙылар, алдынғы фермер хужалыҡтары һәм ҡулланыусылар кооперативтары хаҡында һөйләнеләр, Башҡортостанда етештерелгән деликатестар һәм аҙыҡ-түлек тәҡдим иттеләр.

Автор:Роман Якимчук

Фото:Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте

 

Автор:
Читайте нас