Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һуңғы бер нисә йылда республиканың илдең оборона комплексын продукция менән тәьмин итеүселәр иҫәбенә тотороҡло инеүе хаҡында һөйләне.
Республиканың бер нисә предприятиеһы, улар иҫәбендә «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы», «Витязь», «Полигон», «МЕГИ» компаниялары, ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә үҙ эшен башлаған «Армия-2022» хәрби-техник форумында ҡатнаша.
«Беҙ стратегик предприятиеларға әүҙем ярҙам итәбеҙ, уларҙың күбеһе менән импортты алмаштырыу, етештереүҙе диверсификациялау, заказдар портфелен арттырыу йәһәтенән тығыҙ эшләйбеҙ. Һөҙөмтә булараҡ - яңы эш урындары булдырыла, башҡа етештереүселәр менән кооперация бәйләнештәре үҫешә, сәнәғәтебеҙҙең конкуренцияға һәләтлелеге арта. Был эште беҙ мотлаҡ рәүештә дауам итәсәкбеҙ. Шуныһы мөһим: «Армия-2022» форумында Европа, Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәренән эксперттар ҡатнаша. Был йәнә бер тапҡыр Рәсәйҙең, ҡайһы бер дәүләттәр яғынан санкцияларға ҡарамаҫтан, донъя кимәлендә үҙенең әһәмиәтен һаҡлап ҡалыуын дәлилләй. Беҙҙең сәйәсәтте күптәр уртаҡлаша», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото - Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.