Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Август 2022, 09:45

Айгиз Зәйнетдинов «Бәйге» ярыштарында ҡатнашырға саҡыра

Көрәш буйынса донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов «Бәйге» башҡорт ярыштарында ҡатнашырға саҡырҙы.

Айгиз Зәйнетдинов «Бәйге» ярыштарында ҡатнашырға саҡыраАйгиз Зәйнетдинов «Бәйге» ярыштарында ҡатнашырға саҡыра
Айгиз Зәйнетдинов «Бәйге» ярыштарында ҡатнашырға саҡыра

Көрәш буйынса донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов «Бәйге» башҡорт ярыштарында физик әҙерлекле кешеләргә, спортсыларға ярышырға тәҡдим итте. Ул «Бәйге» төрҙәрен Пермь һабантуйында һынап ҡараны, ә «Башҡорт аты» фестивалендә үткән асыҡ чемпионатта ярыштарҙы үткәреүҙә ярҙам итте.

«Мин «Бәйге» ярыштарының дүрт төрөн һынап ҡараным һәм уларҙың яҡшы көс һынау төрҙәре булғанын әйтә алам. Уларҙың һәр ҡайһыһы күп профилле атлетты әҙерләүгә булышлыҡ итә ала. Әйтәйек ҡайһы бер ярыш төрҙәре беҙҙең милли көрәш спортсыларына ла файҙалы булғанын әйтә алам. Спортсы булмағандар ҙа шөғөлләнергә тейеш, әлбиттә, тик үҙ көсөңдө самаларға кәрәк. «Бәйге»лә ҡатнашырға теләүселәргә кәңәшем шул: үҙ кимәлеңдәге һәм ауырлығыңдағы дәғүәсене һайлағыҙ. Ул саҡта ярыш та ҡыҙығыраҡ, йәрәхәттәр ҙә аҙыраҡ буласаҡ», - ти Айгиз Зәйнетдинов.

 

Фото: Ҡоролтай

#спорт #бәйге #көрәш #һаулыҡ #миллиярыштар

Айгиз Зәйнетдинов «Бәйге» ярыштарында ҡатнашырға саҡыра
Айгиз Зәйнетдинов «Бәйге» ярыштарында ҡатнашырға саҡыра
Айгиз Зәйнетдинов «Бәйге» ярыштарында ҡатнашырға саҡыра
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас