

Августа Өфөнөң күп ҡатлы йорттарында йәшәүселәр «Горгаз-селтәрҙәр»ҙән квитанциялар алды, ул йорттарҙа фатир эсендәге газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереүгә түләргә тәҡдим итә. Түбәнге Новгородтың был махсус компанияһы бындай эштәр башҡарыуға хоҡуҡлы һәм офертаға ҡулланыусыларға килешеү төҙөү тураһында йүнәлтә ала, тип билдәләнә. «Горгаз-селтәрҙәр» Нижегород, Воронеж өлкәләрендә һәм Башҡортостанда газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү, алмаштырыу, ҡуйыу һәм ремонтлау менән шөғөлләнә.
- Өфөләргә таратылған бланктар коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәрҙең ябай квитанция стилендә рәсмиләштерелгән, - тип хәбәр итә Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. - Түбәнге Новгородтың «Горгаз-селтәрҙәр» компанияһы оҙатыу тексында асыҡтан-асыҡ таный: бланк торлаҡты тотҡан, ремонтлаған йәки коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн аҡса күсереү өсөн түләү документы булып тормай. Былар юридик яҡтан - оферта, клиенттарға килешеү төҙөргә һәм хеҙмәттәр менән файҙаланырға тәҡдим итеү. Ләкин күптәре ваҡ шрифт менән йыйылған тест уҡымаған ҡулланыусыларҙы ебәрелгән квитанциялар яңылыштырыуы ихтимал. Өҫтәүенә өфөләрҙең күбеһенең ошондай килешеүе төҙөлгән дә инде.