Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Август 2022, 09:46

Һөнәр алмаштырыу өсөн бер ваҡытта ла һуң түгел

Хатта түләүһеҙ һөнәр алырға ла мөмөкин...

Һөнәр алмаштырыу өсөн бер ваҡытта ла һуң түгел
Һөнәр алмаштырыу өсөн бер ваҡытта ла һуң түгел

Йыл башынан алып Башҡортостандың 400-гә яҡын предприятиеһы һәм ойошмаһы «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты ярҙамында үҙ штатын һөнәри әҙерлек үткәндәр менән тулыландырҙы. Был хаҡта республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ведомствола аңлатыуҙарынса, уҡыусылар, белем биреү ойошмаһы һәм эш биреүсе араһындағы өс яҡлы килешеүҙәр нигеҙендә эшкә урынлашыу гарантияланған. Бындай механизм хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу хәүефен кәметергә, шулай уҡ республика эш биреүселәренең кадрҙарға ихтыяжын ваҡытында ҡапларға мөмкинлек бирә.

«Республикабыҙ федераль проект сиктәрендә уҡып сыҡҡан граждандар һаны буйынса федераль рейтингта өсөнсө урынды биләй. 2022 йылдың башынан 3 меңдән ашыу кеше уҡыуға йүнәлтмә алған. 1,8 мең программала ҡатнашыусы яңы һөнәри компетенциялар алды ла инде. Ғәмәлгә ашырылған саралар һөҙөмтәһендә эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр һаны ошо йылдың 20 июленә ҡарата мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда 3 мең кешегә кәмегән (18 меңдән аҙыраҡ)», - тип билдәләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Башҡортостанда һөнәри белем биреү һәм ҡайтанан әҙерләү буйынса талап ителгән йүнәлештәр исемлеген мәктәпкәсә белем биреү педагогы, педагог-дефектолог, веб-дизайн буйынса белгес, бизнес-аналитик, социаль хеҙмәткәр, персонал менән идара итеү буйынса белгес, фармацевт һәм бухгалтер етәкләй. Республика халҡы бөтәһе 1,5 меңдән ашыу төрлө белем биреү программаһына иҫәп тота ала. Уҡытыу халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре йүнәлештәре буйынса федераль бюджет иҫәбенә ойошторола.

«Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә кадрҙар әҙерләүгә ғариза биреү өсөн эш биреүселәргә халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Предприятиеға куратор беркетеләсәк, ул белем биреү программаларын, уҡытыу ваҡытын һәм формаһын һайлаясаҡ, белем биреү ойошмаһына заявка тултырасаҡ, өс яҡлы килешеү төҙөүгә документтар әҙерләйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Демография» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса башҡарыла.

Фото: Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: