Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Август 2022, 12:31

Республикала эшһеҙҙәр һаны 6,5 процентҡа кәмегән

Был хаҡта бөгөн, 24 август, Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республикала эшһеҙҙәр һаны 6,5 процентҡа кәмегән
Республикала эшһеҙҙәр һаны 6,5 процентҡа кәмегән

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо йылдың ете айында хеҙмәт баҙарында ыңғай статистика менән таныштырҙы. Был хаҡта бөгөн, 24 август, Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хеҙмәт баҙарының төп күрһәткестәрен атаны: ошо йылдың 1 ғинуарынан 1 авгусына тиклем эшһеҙ граждандарҙың дөйөм һаны 83, 2 меңдән 77, 8 мең кешегә тиклем, эшһеҙлек кимәле 4,3 проценттан 4,1 процентҡа тиклем кәмегән.

- Эшһеҙлек кимәле Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса билдәләнә, - тип аңлатты Ленара Иванова. - Быны билдәләү өсөн республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында ай һайын һайланма эш көсөн тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Беҙ 15 йәштән өлкән граждандарҙан һорау алабыҙ. Бынан тыш, Өфөлә һорау алыу - даими, башҡа ҡала һәм райондарҙа йылына ике-өс тапҡыр үткәрелә. Ай һайын бындай һорау алыуҙарҙа республиканың ике мең кешеһе ҡатнаша. Һорау алыу ҡатнашыусыларҙы «мәшғүл», «эшһеҙ» һәм «иҡтисади әүҙем булмаған» категориялары буйынса классификациялайҙар. Аҙнаһына бер сәғәт кенә эшләгәндә лә кешене беренсе категорияға индерәбеҙ, тип билдәләне министрлыҡ етәксеһе. Әммә барыһы ла рәсми эшкә урынлаштырылмағанын әйтергә ҡурҡып, һорауҙарға ғәҙел яуап бирмәй. Мәҫәлән, «Үткән аҙнала һеҙ берәй ниндәй түләүле эш башҡарҙығыҙмы әллә килемле шөғөл менән шөғөлләндегеҙме (аҙна дауамында бер сәғәт булһа ла)?».

- Эшебеҙҙе йәшерергә кәрәкмәй, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр менән йыйылған мәғлүмәттәр бик тә конфиденциаль, һаҡланған "ViPNet" селтәре буйынса  сыға һәм статистик анализ өсөн генә файҙаланыла, - тине министр. - Шуға күрә республикала йәшәүселәрҙән һорау алыу барышында һорауҙарға бер ниндәй ҡурҡыуһыҙ яуап биреүҙәрен һорайбыҙ. Юғиһә дөйөм картина боҙоласаҡ.

Интеграцияланған күрһәткес биләмәләге социаль-иҡтисади хәлде ҡылыҡһырлай, тип өҫтәне. Ул Рәсәй һәм башҡа илдәр халҡының йәшәү кимәлен сағыштырма анализлау, шулай уҡ был күрһәткес буйынса Рәсәй Федерацияһы эсендә субъекттарҙың сағыштырыу өсөн ҡулланыла.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: