Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Август 2022, 21:17

Андрей Назаров: Уҡытыусы статусын һаҡлау мөһим

Бөгөн, 25 августа, Сибайҙа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һәм уның беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов август кәңәшмәһен асты.

Андрей Назаров: Уҡытыусы статусын һаҡлау мөһим
Андрей Назаров: Уҡытыусы статусын һаҡлау мөһим

Кәңәшмәлә әйтелгәнсә, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү киләһе уҡыу йылына өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора. Яңы уҡыу йылынан Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә күләмле проектты - «Кәрәкле нәмәләр тураһында һөйләшеү» аҙналыҡ дәрестәр циклын тормошҡа ашыра башлай.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса быйыл патриотик тәрбиә биреүҙе иң яҡшы ойоштороуға республика конкурсы башланды. Тәүге унау иҫәбенә инәсәк мәктәптәр һәр береһенә миллион һум бирелә.

Республикала тәрбиәүи йәһәттән яҡшы традициялар барлыҡҡа килә. «Патриот» паркы, шулай уҡ Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге асылды.

«Беҙ «Геройҙар уҙышы» команда хәрби-спорт уйынын уҙғарыу өсөн Рәсәйҙә заманса ҡаршылыҡтар һыҙатын төҙөнөк. Сентябрҙә тәрбиәселәр, мәктәп, колледж һәм юғары уҡыу йорттары педагогтары өсөн «Оло мәғариф йүгереүе» үткәрелә. Бындай берләштереүсе спорт ярыштары үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек, берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙам рухында тәрбиәләү өсөн бик мөһим», - тип өҫтөне  премьер-министр.

Шул уҡ ваҡытта белем биреү сифатын күтәрергә кәрәк, тип билдәләне премьер-министр. Ул кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға яңы уҡыу йылы башынан мәктәптәрҙә директорҙың тәрбиә буйынса советнигы вазифаһы индереләсәге хаҡында хәбәр итте. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса был эшкә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү мөмкинлеге ҡараласаҡ.

Киләһе йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле Андрей Назаров уҡытыусының айырым статусын, педагогик хеҙмәткә танылыу һәм ихтирамды һаҡлап ҡалыу мөһимлеген билдәләне. Һәм был һөнәрҙең абруйын күтәрергә, эш өсөн шарттар булдырырға, уҡытыусының квалификацияһын күтәрергә, уның социаль яҡланғанлығын көсәйтергә саҡырҙы.

«Ошо маҡсатта ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға ярҙам системаһын булдырҙыҡ. Йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларҙы дәртләндерәбеҙ», - тип өҫтәне спикер.

Сара һуңында премьер-министр мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: