Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Сентябрь 2022, 09:30

Белем көнө менән!

Бөгөн, 1 сентябрҙә, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Яңы уҡыу йылы ҡаҙаныштарға, шатлыҡтарға бай булһын. Ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!  "Шоңҡар"ҙар. 

Белем көнө менән!
Белем көнө менән!

БЕЛЕМ КӨНӨ
Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
Күреп тора шундай йәмлене?!
Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
Урамдарға сәскә һибелгән.
Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.
Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
Ватанымдың ул һәм ҡыҙҙарын.
(К.Кинйәбулатова)

 

Фото: "Башинфом"

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: