Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Сентябрь 2022, 11:10

«Алға, Башҡортостан» картаһы сыға башлай

Бик уңайлы был картаны банктарҙа һәм күп функциялы үҙәктәрҙә алырға була...

«Алға, Башҡортостан» картаһы сыға башлай
«Алға, Башҡортостан» картаһы сыға башлай

Республикала «Алға, Башҡортостан» картаһын сығаралар. Карта «Мир» түләү системаһы нигеҙендә булдырылған, ул республикала ғәмәлдә булған бөтә социаль карталарҙың функцияларын берләштерә. «Алға» берҙәм транспорт картаһы, Уҡыусы картаһы, Башҡортостандың социаль картаһы, Корпоратив транспорт картаһы, Социаль юл йөрөү билеты, шул иҫәптән етем балалар өсөн. Әгәр кешегә транспорт картаһы ғына кәрәк икән, ул шуны ғына ҡулланырға мөмкин.

«Үҙгәртеү проектта ҡатнашҡан банктар даирәһен һәм картаның функцияһын киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Әгәр уны башлыса йәмәғәт транспортында түләү һәм магазиндарҙа ташлама алыу өсөн файҙаланһалар, проектты үҫтергәс, техник яҡтан бөгөн үк ғәмәлгә ашырылған башҡа ҡушымталарға ла иғтибар артыр ине. Картаны дәүләт хеҙмәттәрен, социаль ярҙам сараларын, медицина ярҙамын, белем биреү учреждениеларына пропуск һәм хатта электрон ҡултамға алғанда идентификатор итеп ҡулланырға мөмкин», – тине Башҡортостан Милли банкы идарасыһы урынбаҫары Лилиә Яҡупова.

«Алға, Башҡортостан» картаһын банктарҙа һәм күп функциялы үҙәктәрҙә алырға була. Шулай уҡ Рәсәй почтаһы менән һөйләшеү алып барыла. Картаны һатып алғанда паспорт һәм СНИЛС талап ителә.

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: