Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2022, 15:25

"Салауат Юлаев"тың элекке ҡапҡасыһы хөкөм ителде

Әнүәр Сөләймәнов хәрби хеҙмәттән тороп ҡалыу өсөн ришәүәт биреүгә ғәйепләнә.  

"Салауат Юлаев"тың элекке ҡапҡасыһы хөкөм ителде
"Салауат Юлаев"тың элекке ҡапҡасыһы хөкөм ителде

2019 йылда әрмелә хеҙмәт итергә теләмәгән өс спортсы хәрби билет алырға теләп Фәрит Сәмиғуллинға мөрәжәғәт иткән һәм 170-175 мең һум аҡса биргән булған. Кисә баш ҡаланың Ленин районы судында бының буйынса ҡарар сығарылды. 

Хоккейсы ришәүәт биргәне өсөн үкенгән һәм ғәфү үтенгән. Уны дүрт йыл һынау ваҡыты менән биш йыл шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткәндәр (РФ Енәйәт кодексындағы 30-сы статьяһының 4-се өлөшө).

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: