Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2022, 21:52

Радий Хәбиров Харьков өлкәһендә Балаклеяны обороналағанда Башҡортостан СОБР-ы яугирҙәренең ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне

Егеттәрҙең батырлығына  ғорурланабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Беренсе каналдың тура эфирында журналист Юрий Подоляканың Башҡортостан һәм Һамар социаль селтәрҙәрендә Харьков өлкәһендә Балаклея өсөн көрәше тураһында видеояҙмаһын күрһәтте.

Журналистың әйтеүе буйынса, дошмандар Бакалеяны үҙҙәренең ҡул аҫтына алырға маҡсат иткән. Уларҙың пландарына Башҡортостан һәм Һамар СОБР-ы отрядтары ҡамасаулай.  Бөгөнгө көндә егеттәр был ҡасабаның хәүфһеҙлеген тәьмин.

- Унда оборона тотҡан егеттәр  наградаға лайыҡ. Улар ярҙамында тәүге һөжүм кире ҡағылды һәм улар әле лә яу юлында алыша. Уларға авиация һәм артиллерия ярҙам итә, - тип аңлатты журналист.

Егеттәрҙең батырлығына  ғорурланабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: