Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2022, 10:59

Еңеүсегә — йүгәнле ат

Хәйбулла районында ҙур байрам көтөлә. 

Еңеүсегә — йүгәнле ат
Еңеүсегә — йүгәнле ат

16-17 сентябрҙә Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы ойошторола. Проект ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалауға йүнәлтелгән.

Сараны асыу тантанаһы 16 сентябрҙә 11.00 сәғәттә Район мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Конкурс программаһында үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр ҡатнаша.Сара барышында алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерттар, ҡурайсылар ансамблдәре етәкселәре өсөн «түңәрәк өҫтәл» була. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсын ябыу тантанаһы һәм гала-концерт 17 сентябрҙә Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте, Башҡортостан ҡурайсылары союзы.
 Конкурс еңеүсеһенә шәп бүләк — йүгәнле ат әҙерләнә. Уны район хакимиәте тапшырасаҡ.

 

Фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:
Читайте нас: