Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2022, 11:04

"Миңә бала кәрәкмәй!"

"Чайлдфри" хәрәкәте зыянлымы? Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Дәүләт Думаһына ошоға бәйле закон проектын индергән.

"Миңә бала кәрәкмәй!"
"Миңә бала кәрәкмәй!"

Балалар араһында «чайлдфри» идеологияһын пропагандалаған өсөн штраф һалыныуы ихтимал.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Дәүләт Думаһына ошондай закон проектын индергән. Әлеге инициативала балаларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәт төрҙәренә «үҙ теләгең менән бала табыуҙан баш тартыу һәм балаһыҙлыҡ идеологияһы»н индерергә тәҡдим ителә.

Закон проекты ҡабул ителһә, граждандарға 2 000-3 000 һум штраф янай. Вазифалы кешеләргә иһә 10 000 һумға тиклем.

Юридик берәмектәр өсөн штрафтың максималь суммаһы - 50 мең һумға ҡәҙәр.

- Чайлдфри хәрәкәте активистарының аңлы рәүештә балаһыҙлыҡты пропагандалауы йәмәғәт институттарының деградацияһына, ғәҙәти йүнәлештәрҙең юғалыуына килтерә, халыҡтың депопуляцияһы өсөн шарттар булдыра, - ти республика парламенты спикеры Константин Толкачев.

Автор:
Читайте нас: