Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2022, 12:44

Рәсәйҙә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙе иҫәпләү ябайлаштырыла

Әгәр хеҙмәткәр ике йыл дауамында эш урынын алмаштырһа, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын түләгәндә элекке эш хаҡы ла иҫәпкә алына.

Рәсәйҙә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙе иҫәпләү ябайлаштырыла
Рәсәйҙә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙе иҫәпләү ябайлаштырыла

Рәсәйҙә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары буйынса түләүҙәрҙе иҫәпләү процедураһы ҡайтанан ҡарала.

2023 йылдан яңы эшкә урынлашҡан рәсәйҙәргә бынан алдағы урындан эш хаҡы тураһында белешмә алырға тура килмәйәсәк.

«Эш биреүселәр хеҙмәт хаҡы тураһында мәғлүмәттәрҙе һалым органдарына тапшыра, улар, үҙ сиратында, мәғлүмәтте Рәсәйҙең Социаль фондына тапшыра», - тиелә Хеҙмәт министрлығының белдереүендә.

Министрлыҡта аңлатыуҙарынса, ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса пособие суммаһын иҫәпләгәндә һуңғы ике йылдағы уртаса эш хаҡы тураһында мәғлүмәттәр файҙаланыла. Әгәр хеҙмәткәр ике йыл дауамында эш урынын алмаштырһа, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын түләгәндә элекке эш хаҡы ла иҫәпкә алына. Эштән киткәндә уға буласаҡ эш биреүсе өсөн белешмә бирелә. Яңы йылдан бындай документты һорамаясаҡтар.

Автор:
Читайте нас: