Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Сентября 2022, 13:06

Кредиттарға ихтыяж тергеҙелә

Төбәктә банктарҙың ипотека портфеле 354,8 миллиард һумға тиклем артҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кредиттарға ихтыяж тергеҙеләКредиттарға ихтыяж тергеҙелә
Кредиттарға ихтыяж тергеҙелә

Башҡортостанда кредит сәйәсәтен йомшартыуға ҡарап, кредитлау күләмдәре яйлап тергеҙелә. Башҡортостан Милли банкы мәғлүмәте буйынса, быйыл ғинуар-август айҙарында бирелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 2021 йылдың ғинуар-авгусына ҡарата яҡынса 20 процентҡа кәмегән.

Ләкин августа республикала йәшәүселәр яҡынса 13,9 миллиард һумлыҡ 5 меңгә яҡын ипотека кредиты алған - июлгә ҡарағанда 49% күберәк.

Төбәктә банктарҙың ипотека портфеле 354,8 миллиард һумға тиклем артҡан. Йыл башынан алып уның үҫеше 8,3 процент тәшкил итте, августа - 0,8 процент кимәлендә.

Һигеҙ айҙа физик берәмектәргә бөтәһе 274 миллиард һум самаһы кредит бирелгән, шул иҫәптән ипотека - 77,6 миллиард һумға, ҡулланыусылар кредиты - 196 миллиард һумдан ашыу.

1 сентябргә банктарҙың физик берәмектәр буйынса дөйөм портфеле (ипотека һәм ҡулланыу кредиттары) 2021 йылдың 1 сентябре менән сағыштырғанда 9,4% артҡан һәм 703 миллиард һум самаһы тәшкил иткән.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас