Шоңҡар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Сентябрь 2022, 17:54

Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн пособие булдырыла

"Ярҙам балалар тәрбиәләгән 10 миллион самаһы ғаиләгә ҡағыла", - тип белдерҙе хөкүмәт ултырышында премьер-министр Михаил Мишустин.

Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн пособие булдырыла
Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн пособие булдырыла

Рәсәй Хөкүмәте килеме түбән ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим итте. Был хаҡта Министрҙар кабинетының телеграм-каналында хәбәр ителә.

"2023 йылдың 1 ғинуарынан килеме түбән ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим ителә. Ул ғәмәлдәге социаль яҡлау сараларын, шул иҫәптән сабый тыуыу йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу менән бәйле һәм уға 3 йәш тулғанға тиклем, шулай уҡ 3-7 һәм 8-17 йәшлек балаларға түләүҙәрҙе берләштерәсәк", - тиелә хәбәрҙә.

Бынан тыш, бындай пособие йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә торған мохтаж ҡатындарға тәғәйенләнәсәк.

"Дәүләт ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк осоронан алып һәм бала өлкәнәйгән һайын ысынлап та берҙәм һәм комплекслы адреслы ярҙамды тәьмин итәсәк. Ярҙам балалар тәрбиәләгән 10 миллион самаһы ғаиләгә ҡағыла", - тип белдерҙе хөкүмәт ултырышында премьер-министр Михаил Мишустин.

Универсаль пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы, Күп функциялы үҙәк йәки Пенсия һәм социаль страховкалау фонды аша бер ғариза бирергә кәрәк.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: