-5 °С
Ҡар
Радий Хәбиров һуғыш балаларына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.
Түләүҙәр 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған һәм Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән граждандарға түләнергә тейеш. Ағымдағы йылдың сентябрь-октябрь айҙарында уларға 1000-шәр һум аҡса бирелә.
Түләүҙәр биреү менән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнә.
https://npa.bashkortostan.ru/36511/