Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь 2022, 10:00

Ә һеҙ Өфөлә тағы нимәләр төҙөлөүен күрергә теләр инегеҙ?

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейы алдынан уға айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Өфө ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде, тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.

«Бөтә объекттарҙы ла һанап бөтөү мөмкин түгел, улар бихисап һәм тиҫтә йылдар дауамында кешеләргә хеҙмәт итәсәк. Һәр төҙөлөштө күҙәтеп барам, бөгөнгә бөтә эштәр ҙә ваҡытында башҡарыла. Йорттарҙы һәм ихаталарҙы, парктарҙы һәм скверҙарҙы, юлдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, Ағиҙел аша тарихи күперҙе яңыртабыҙ, ҙур транспорт объекттары төҙөйбөҙ. Тиҙҙән республика халҡы һәм ҡунаҡтары яңы мөмкинлектәрҙе баһалай, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын тулыһынса тоя аласаҡ. Баш ҡалабыҙҙың юбилейын лайыҡлы кимәлдә уҙғарырбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: drive2.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: