-5 °С
Ҡар
Үлемесле авария 18 июлдең таңында Баҡалы ауылында теркәлгәйне. Ауди машинаһы менән идара итеүсе Марс Ғөзәйеров юғары тиҙлектә 4 ҡыҙҙы бәрҙерә. Таңды ҡаршы алырға киткән ҡыҙҙар өйҙәренә кире әйләнеп ҡайтмай. Һәләк булыусы өс ҡыҙға 18-19 йәш, ә берәүһенә 16 йәш була.
Дүрт ҡыҙҙың үлемендә ғәйепләнгән водителгә Саҡмағош район-ара судында хөкөм ҡарары сығарылды: Марс Ғөзәйеров13 йылға иркенән мәхрүм ителде.
Водитель үҙ ғәйебен таный, вафат булыусыларҙың туғандарынан ғәфү үтенгән.