28 августа “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “БРИКС плюс” форматында VI Йәш дипломаттар форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Сараға 23 илдән – БРИКС-тың 10 ағзаһынан, шулай уҡ Әзербайжандан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Төркиәнән, Бахрейндан, Белоруссиянан, Венесуэланан, Вьетнамдан, Индонезиянан, Кубанан, Нигериянан, Сенегалдан һәм Лаостан 100-ҙән ашыу вәкил йыйылды.
Делегаттар өсөн йөкмәткеле эшлекле программа әҙерләнгән, ул БРИКС киңлегендә халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар һәм йәштәр хеҙмәттәшлеге, сәйәси һәм финанс-иҡтисади системала берләшмәнең роле, глобаль хәүефһеҙлек архитектураһы һәм күп полярлыҡ булдырыу буйынса сессияларҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ форумда Рәсәй һәм Башҡортостандың Сит ил эштәре министрлыҡтары вәкилдәре, күренекле сәйәсмәндәр, иҡтисади эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, БРИКС олимпиадалары һәм уйындары еңеүселәре менән “түңәрәк өҫтәлдәр” үтә. Мәҙәни программа сиктәрендә делегаттарҙы Башҡортостандың тарихы һәм йолалары менән таныштыралар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм БРИКС илдәренең яңы ғәҙел донъя тәртибен булдырыуҙағы ролен юғары баһаланы.
– Йәш быуын дипломаттарға үҙ дәүләтенең тышҡы сәйәси курсын бойомға ашырыу өсөн тағы ла күберәк яуаплылыҡ алырға кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙҙең дискуссиялар, эксперт баһалары һәм конструктив тәҡдимдәр, һис шикһеҙ, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға, яңы һөнәри бәйләнештәргә, бергәләп мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостан Башлығы дуҫ илдәр менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең республика өсөн әһәмиәтле булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Башҡортостан Рәсәйҙең тулайым эске продуктының яртыһынан ашыуын формалаштырған алдынғы ун төбәге иҫәбенә инә. Үҫешкән сәнәғәт, бай тәбиғәт ресурстары, етди финанс һалыуҙары иҡтисадыбыҙҙы нығытыуға, социаль программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, – тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Башҡортостан – инвестицион әүҙемлек, сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса илдә иң яҡшылар иҫәбендә. Беҙ донъяның йөҙҙән ашыу иле менән сауҙа бәйләнештәре булдырғанбыҙ.
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы рәйесе Константин Колпаков үҙ сығышында республика етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе һәм форумда ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләне.
– Башҡортостанға йылы ҡабул иткәне һәм сараны яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт. 2015 йылдан БРИКС илдәренең йәш дипломаттары форумын уҙғарыу буйынса башланғысыбыҙҙы хуплаған Ҡытай, Һиндостан, ЮАР һәм Бразилиянан коллегаларыбыҙға айырым рәхмәт әйткем килә, – тине Константин Колпаков. – Беҙ Өфөлә “БРИКС плюс” йүнәлеше буйынса эшләй алырлыҡ Халыҡ-ара йәш дипломаттар ассоциацияһы филиалын урынлаштырырға тәҡдим итергә теләйбеҙ. Был ассоциация 2022 йылда ойошторолған һәм донъяның 40 иленән 200 йәш тышҡы сәйәси ведомство хеҙмәткәрен берләштерә.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева республиканың БРИКС илдәре менән юғары кимәлдә хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне.
– 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында үҙ-ара тауар әйләнеше 10 процентҡа артты. БРИКС дәүләттәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең яҡынса өстән бер өлөшөн формалаштыра, – тине Маргарита Болычева. – Беҙ артабан да был мөһим партнерлыҡты үҫтерәсәкбеҙ. Башҡортостан хеҙмәттәшлеккә, технологиялар һәм ресурстар менән алмашыуға, уртаҡ белем биреү һәм мәҙәни программаларҙы тормошҡа ашырыуға һәр саҡ асыҡ.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров Башҡортостандың Рәсәйҙең иң йәш төбәктәренең береһе булыуын иҫкә төшөрҙө.
– Йәштәребеҙ төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара алмашыуҙа һәм хеҙмәттәшлектә әүҙем ҡатнаша, – тине Вито Сабиров. – Мәҫәлән, 2024 йылдың мартында Башҡортостан делегацияһы “Сириус”та Бөтә донъя йәштәр фестивалендә иң күп һанлыларҙың береһе булды. Шулай уҡ республикабыҙ ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төбәктә йәштәр дуҫлыҡ клубтарын булдырыуҙа тәүгеләрҙән булып ҡатнаша башланы. Беҙ БРИКС илдәре менән дә әүҙем аралашыуҙы үҫтерәбеҙ.
Осрашыу һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш дипломаттарға инглиз телендә мөрәжәғәт итеп, Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ойошторолған байрам сараларына саҡырҙы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.