Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Февраль 2025, 10:54

Башҡортостан делегацияһы - Беларусь республикаһында

Сәфәрҙең маҡсаты – иҡтисад һәм сәнәғәт, шулай уҡ гуманитар һәм туристик өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Радий Хәбиров, Башҡортостан өсөн Беларусь – тышҡы иҡтисади партнёр ғына түгел, беҙҙе туғанлыҡ мөнәсәбәттәренең оҙайлы тарихы бәйләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан делегацияһы – рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһында. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй.*

Сәфәрҙең маҡсаты – иҡтисад һәм сәнәғәт, шулай уҡ гуманитар һәм туристик өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Радий Хәбиров, Башҡортостан өсөн Беларусь – тышҡы иҡтисади партнёр ғына түгел, беҙҙе туғанлыҡ мөнәсәбәттәренең оҙайлы тарихы бәйләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы менән Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенконың осрашыуы булды. Унда хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса төп сараларҙың үтәлешен тикшерҙеләр, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында килештеләр.

– Башҡортостан – беҙҙең өсөн Рәсәйҙең бик мөһим төбәге. Беренсенән, үҫешкән, алдынғы республика. Икенсенән, Рәсәйҙең Европа биләмәһендәге үҙәге һәм, һеҙҙә эшләйбеҙ икән, күрше төбәктәрҙә лә эшләйәсәкбеҙ, тип иҫәпләргә мөмкин,_ – тине Александр Лукашенко.

Радий Хәбиров менән Александр Лукашенко, 2021 йылдың ҡышында осрашып, берлектәге эштең төп йүнәлештәрен билдәләгәйне. Ошо ваҡыт эсендә яҡтар тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған, бер-береһенең мөмкинлектәрен өйрәнгән, бәйләнештәрҙе яйға һалған.

 Радий Хәбиров шулай уҡ Беларусь Президентын 2025 йылдың ғинуарында үткән һайлауҙарҙа еңеүе менән ҡотланы һәм был ваҡиғаның Белоруссия өсөн генә түгел, ә дөйөм алғанда ике дәүләт өсөн дә бик мөһим булыуын билдәләне.

Башҡортостан делегацияһы - Беларусь республикаһында
Башҡортостан делегацияһы - Беларусь республикаһында
Башҡортостан делегацияһы - Беларусь республикаһында
Башҡортостан делегацияһы - Беларусь республикаһында
Башҡортостан делегацияһы - Беларусь республикаһында
Башҡортостан делегацияһы - Беларусь республикаһында
Автор:
Читайте нас