Бөтә яңылыҡтар
10

Белорет районында - яңы етәксе

– Уның тәжрибәһе һәм тейешле белеме бар. Белореттарға көслө етәксе, ихтирамлы мөнәсәбәт кәрәк. Унда проекттар ҙа бар, проблемалар ҙа етерлек, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Белорет районында - яңы етәксе
Белорет районында - яңы етәксе

Башҡортостанда Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Азат Хәкимов тәғәйенләнде. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә уның менән таныштырҙы.

Быға тиклем Азат Хәкимов Өфөлә Октябрь районы башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне.

– Уның тәжрибәһе һәм тейешле белеме бар. Белореттарға көслө етәксе, ихтирамлы мөнәсәбәт кәрәк. Унда проекттар ҙа бар, проблемалар ҙа етерлек, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Автор:
Читайте нас: