Шоңҡар
+29 °С
Облачно
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Августа 2025, 07:32

Министр вазифаһын ҡалдыра

Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Министр вазифаһын ҡалдыраМинистр вазифаһын ҡалдыра
Министр вазифаһын ҡалдыра

Башҡортостан башлығы Зөһрә Гордиенконы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһынан бушатыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, чиновник икенсе эшкә күсә. Туризм министрлығын элек иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары вазифаһын биләгән Светлана Верещагина етәкләйәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гордиенко 2024 йылдың майында туризм министры булып тәғәйенләнгәйне. Ә алда ул Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы булды.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас