Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Август 2025, 10:09

Баймаҡ ҡалаһы мэры вазифаһын ҡалдыра

Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә.

Баймаҡ ҡалаһы мэры вазифаһын ҡалдыра
Баймаҡ ҡалаһы мэры вазифаһын ҡалдыра

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев отставкаға китә. Был хаҡта чиновник үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте. Эштән бушатыу сәбәптәре тураһында хәбәр ителмәй. Иҫәнбаев 2022 йылдың ғинуарынан ҡала хакимиәтен етәкләгәйне. 2024 йылдың октябрендә яңы срокка һайланды. 

«Миңә ышаныс белдергән халыҡҡа рәхмәтлемен. Бергәләп хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән китәм. Алда – яңы офоҡтар һәм пландар, унда ла күңелемде һалып эшләрмен, ә Баймаҡ һәр ваҡыт минең йөрәгемдә ҡалыр», — тип билдәләне Радмир Иҫәнбаев.

Автор:
Читайте нас