Гөлфиә Юнысова. Йәйәү йөрөп уҡыу минең атлауға сыҡҡан. Шәп атлайым икән. Яҙлы-көҙлө бер яҡҡа ете саҡрым йәйәү йөрөргә тура килде. Етмәһә, миңә миҙгелгә бер итек етмәй. Әсәйемдәргә лә ҡыйбатҡа төшә бит инде, шуға атай кирза итек алып бирҙе.“Атлағанда ут яндырып атлайһың да итек сыҙамай”, — тип көйәләнә.Ул да тиҙ туҙҙы.
Шуныһы хәҙер аптырата. Көн дә йәйәү йөрөйбөҙ. Әсәйҙең бәләкәй балалары күмәк булғас, ярҙамым тейһен тип иртән бер нисә көйәнтә һыу ташыйым. Бер мин генә түгел, бөтәһе лә йорт тирәһендә уҡыуға барыр алдынан эшләшә. Шулай, бер заман мәктәптә ярты сәғәт алдан килеп, физкультура менән шөғөлләнеүҙе индерҙеләр. Мәктәп урынлашҡан Себенле ауылы балаларына ярай ҙа инде, ә бына көрт-бысраҡ кисеп килгән, аслы-туҡлы балаларҙы ниңә шулайиткәндәрҙер? Иртәнсәк һөт менән икмәк ашайһың, тамаҡ бешерәм тиһәң, хәҙерге һымаҡ газ юҡ, мейес яғырға кәрәк. Мәктәптә һыу ғына эсһәң эсәһең, эсмәһәң юҡ, төшкө аш ашатмайҙар. Шуға өҫтәп гимнастика эшләтергә ҡарар иткәндә нимә уйлаған икән уҡытыусыларыбыҙ? Ярай, был яңылыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы.
Был әңгәмәне тулыһынса "Шоңҡар"ҙың август һанында уҡырға була.