Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңләхмәт улы Манапов өлгөлө, татыу ғаиләһендә алты бала үҫтерә. Алты төрлө холоҡло баланың береһе генә булмағанда ла өй бушап ҡалған кеүек уға. Халҡына ҡарашы балаларына мөнәсәбәттән дә асыҡ күренә. Район етәксеһе яҙмышын тыуған еренән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.
– Ғәзиз Миңләхмәт улы, моғайын, һеҙгә лә самауыр сәйенең тәме таныштыр. Әйҙәгеҙ әңгәмәне бала саҡтағы ошо матур хәтирәләрҙән башлайыҡ.
– “Самауыр” тигәндә бөтә милләттәштәребеҙ ҙә әсәй, өләсәйҙең күңел йылыһына сорналған матур бала сағын иҫенә төшөрәлер. Йәйгеһен мине Тимер ауылына, Фатима өләсәйемә, ебәрә торғайнылар (әсәйем Тимерҙеке, ҡыҙ фамилияһы Иҫәнгазина). Бишкә биш кенә микән майҙанлы бәләкәй генә өйҙә гел дә уянып китеүемә баш осонда ялтырап торған самауыр шыжлап ултырыр ине. Килгән әхирәттәре менән самауырҙы йыҡҡансы һөйләшеп, сәй эсеүҙәре бөгөнгөләй хәтерҙә. Шуға самауыр өләсәйҙең йомарт ҡулын, өйөн сағылдырған кеүек миңә.
– Һеҙ бөгөн район етәкселәре араһында иң күп бала тәрбиәләгән атай – ғаиләгеҙҙә алты сабый үҫә. Ошолай ишле балалар үҫтереү хаҡында электән хыяллана инегеҙме? Хәләл ефетегеҙ ниндәй һөнәр эйәһе? Уның менән ҡайҙа таныштығыҙ?
– Аллаға шөкөр, ғаиләм ишле. Күп бала тәрбиәләрбеҙ тип хыялланмағайныҡ та үҙебеҙ. Һәр бала үҙ бәхете, үҙ өлөшө менән тыуа, тиҙәр бит. Ҡатын кеше иренә ышанһа, унда таяныс тойһа ғына ишле ғаиләнән ҡурҡмай, тигән дә фекер бар. Береһе лагерғамы, ҡайҙа китеп торһа, өй буш булып ҡалған һымаҡ. Был тыныслыҡ күңелде өйкәй башлай, берәү етмәй тора. Бишәү тороп ҡалһалар ҙа, берәүҙең юҡлығы ныҡ һиҙелә.
Кәләшем Лилиә Рифҡәт ҡыҙы – Байназар ауылынан. Ул – немец, инглиз теле уҡытыусыһы. Студент саҡтан таныш инек, уҡып бөткәс, яҙмыштарыбыҙ беректе, сәсте сәскә бәйләнек.
Горбачев осоронда, ҡоро закон ҡабул ителгән саҡта, алкоголь эсемлектәр тыйылғас, Рәсәйҙә тыуым кимәле ике тапҡырға тиерлек артҡан тигән күрһәткес бар рәсми сығанаҡтарҙа. Бының нигеҙе, әлеге лә баяғы, ҡатын-ҡыҙҙың эсмәгән иренә нығыраҡ ышаныуындалыр. Күрше райондар менән сағыштырғанда Бөрйәндә тыуымдың артығыраҡ булыуы ла, моғайын, ғаиләләрҙең тотороҡлоғонда, ирҙәрҙең ғаиләһе алдында яуаплылығы, шул арҡала ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен ышаныслы тойоуындалыр, тип уйлайым.
– Үҙегеҙ ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Атай-әсәйегеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине.
– Үҙем дүрт балалы ишле ғаиләлә үҫтем. Мин иң бәләкәйе. Өлкән ике апайым, бер ағайым бар. Улар бөтәһе лә беҙҙең районда йәшәй, эшләй. Ата-әсәйем ябай эшсе-хеҙмәткәрҙәр ине. Әсәйем ғүмер буйы магазинда һатыу итте. Пенсияға почта хеҙмәткәре булып сыҡты. Мин һатыусы хеҙмәтен ихтирам итәм, ауыр эш ул. Әсәйемдең, көнө буйы аяғөҫтө тороп, быуындары ҡаҡшаны, һыҙланы. Атайым леспромхозда эшләне, ҡаҙанлыҡта яғыусы ине. Тик баҡыйлыҡҡа 64 йәшендә генә, бик иртә күсте. Ипле, тыйнаҡ кеше булды. Бер ҡасан да кешегә ҡысҡырып өндәшкәнен, ауыр һүҙ әйткәнен ишетмәнем. Хатта ҡулына серәкәй йә күгәүен килеп ҡунһа, башҡалар ул бөжәктәрҙе һыта һуғыр ине, ә ул үлтермәй, өрөп кенә осороп ебәрә торғайны. Был уның изге күңелле булыуы тураһында һөйләйҙер, тип уйлайым.
– Бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ? Бер көндө район етәксеһе булып китермен тип уйлай инегеҙме?
– Яңыраҡ бер күҙәтеүҙәргә иғтибар иттем – бөгөнгө балалар кем булырға тырыша, тип фекер йөрөткәндәр. Ун профессияны миҫал итеп килтергәндәр. Кескәйҙәр күпселек блогер, артист һ.б һөнәрҙе һайлаған.
Мин, беҙҙең замандағы бөтә малайҙар кеүек үк, летчик йә космонавт булырға хыялландым. Шул хыял менән яндым, йәшәнем. Тик ошо хыялым артынан китергә ҡыйманым. Бәлки, кәрәк тә булғандыр. Иҡтисадсы һөнәрен һайланым һәм менеджер-етәксе-иҡтисадсыға уҡып сыҡтым. Әлбиттә, район етәксеһе булып китермен тип ғүмерҙә лә уйламаным. Тәғәйенләнгәнгә тиклем был вазифа тураһында хыялланманым да. Һорап та алманым. Тормош шулай ҡушҡас, республика етәкселеге ышанып тапшырғас, был йөктө тырышып тартып барам.
– Бөгөн Бөрйән районы нисек йәшәй? Бында эре предприятиелар, заводтар юҡ. Халыҡ башлыса ҡайҙа эшләй?
– Эре предприятиелар Бөрйәндә юҡ. Леспромхоз да көрсөк кисереп, эшләмәй тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Бөрйән халҡы үҙ төйәген ташлап китергә тырышмай. Ситтә эш тапһа ла, вахта ысулын һайлай, ҡайтып-китеп йөрөй. Шул уҡ ваҡытта ситтә йәшәүселәр ҙә байтаҡ. Самалап ҡараһаҡ, ситтә һәм Бөрйәндә йәшәүселәрҙе бергә ҡушһаҡ, район халҡы ике тапҡырға артығыраҡ булыр ине.
Халыҡ үҙ ерендә үҙ йүнен күрергә тырыша. Уларға төрлө тармаҡтарға йүнәлтелгән субсидиялар менән ярҙам итергә тырышабыҙ. Эшҡыуарҙар республика кимәлендәге гранттар аша үҙ эшен башлай. Уҙған йылда туризмды үҫтереү буйынса 11 эшҡыуар грант алды, әле яңы турбаза асып йөрөйҙәр. Яҡташтар, бигерәк тә йәштәр менән осрашҡан саҡта буш ятҡан ерҙәрҙе алып, үҙләштереү, эшкәртеү тураһында һүҙ алып барабыҙ. “Үҙебеҙҙең ергә үҙебеҙ хужа булырға тейешбеҙ” тигән фекерҙе еткерергә тырышабыҙ.
– Әлеге мәлдә Бөрйәндә демографик хәл нисек?
– Тәбиғи үҫеш буйынса районыбыҙ республикала, 1000 кеше иҫәбенә һанаһаҡ, һуңғы 20 йылда 1-се урында килә. Быйыл да беренсе ярты йыллыҡта йөҙ бала тыуған, етмеш туғыҙ кеше мәрхүм булған. Тимәк, тәбиғи үҫеш – 21 кеше. Республикабыҙҙың башҡа райондарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге мәлдә тәбиғи үҫеш күҙәтелмәй. Беҙҙең менән дуҫ, күрше Урал аръяғы райондарында ла, ни сәбәптәндер, тәбиғи үҫеш кире күрһәткестә.
Бөрйән районында ниндәйҙер тәбиғи фактор бар – кеше балаларҙы күберәк табырға тырыша һәм йәш быуын бөгөн дә үҙенең тормошон район менән бәйләй. Икенсе райондарҙа тыуымдың аҙ булыу сәбәбе, моғайын, йәштәрҙең төшөмлө эш, яҡшыраҡ тормош эҙләп ҡала тормошон һайлауындалыр. Ә ҡалала күп бала табып тәрбиәләү ҡыйын. Бөрйән халҡы, бая әйткәнемсә, еренә ереккән. Йәштәрҙең дә күбеһе районда ҡала.
Районыбыҙҙағы икенсе ҡыҙыҡлы күрһәткес – быйыл 25 яңы пар барлыҡҡа килгән, 35 пар тарҡалған. Был күрһәткес ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Яңғыҙ әсәй булып төрлө пособиеға дәғүә итер өсөн ҡайһы бер ҡатындар махсус рәүештә ирҙәре менән рәсми айырылыша. Закон рөхсәт иткәс, донъя шулай ҡоролғас, шул юлға барырға тура киләлер, күрәһең.
– Балаларығыҙҙы тәрбиәләгәндә ниндәй принциптарға таянаһығыҙ? Уларҙың ниндәй һөнәр һайлауын хуп күрер инегеҙ?
– Балаларҙы, әлбиттә, өйҙә күберәк әсәйҙәре тәрбиәләй, уларға күберәк көс төшә. Беҙҙең ғаиләлә лә шулай. Бының өсөн кәләшемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Сөнки донъяла иң мөһим, иң ҡыйын һәм ихтирамлы эш ул – балаларыңа дөрөҫ тәрбиә биреү.
Төп принциптарымдың береһе – ғәҙел булыу. Балаларға нимә тотторһаҡ та, бер-береһе менән бүлешә һалалар. Бер бөртөк кәнфитте тешләтеп булһа ла ҡуялар. Был ябай күренеш һымаҡ булһа ла, икенсе яҡтан, ошо ҡылыҡтың мәғәнәһе бик ҙур. Өлөшөңдө яҡындарың менән бүлешә белеү бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙа белеүгә, бәләгә тарығанда ла яңғыҙ ҡалдырмауға килтерә.
Һөнәр һайлауҙа хоҡуҡты тулыһынса үҙҙәренә биргәнбеҙ. Ниндәй һөнәр оҡшай, күңелгә ята, шуны һайлағыҙ, тип әйтеп ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, табип, уҡытыусы һөнәренә иғтибарҙы күберәк йәлеп иттерәбеҙ. Киләһе быуынды уҡытырға, шуның менән киләсәкте ҡайғыртырға кәрәк, тигән принциптарҙы баштарына һалырға тырышабыҙ. Балаларҙың һәр береһенең үҙ ҡыҙыҡһыныуы, планы бар. Алты бала – алтыһы ла алты төрлө. Бер ата, бер әсәнән тыуһалар ҙа, улар бөтәһе лә үҙенсәлекле.
Балаларға тәғәйен һөнәр һайлау, уларҙы мәктәптә уҡытып сығарып, уҡыу йортона индереү – һәр ата-әсәнең күңелен өйкәгән, борсоған һорауҙыр. Әле өлкән ҡыҙым Сулпанға – ун дүрт, Шәүрәгә ун өс йәш. Зөһрә, Асия, Алсын, Мансур матур итеп үҫеп килә. Өлкән ике ҡыҙым йәйге каникулда үҙҙәренә кәрәк-яраҡ алырлыҡ аҡса эшләр өсөн ваҡытлыса эшкә урынлашты. Улар өсөн сикһеҙ ғорурланам. Ябай эшсе хеҙмәтен үтәйҙәр: береһе һауыт-һаба йыуа, икенсеһе икмәк бешерә. Үҙ ҡулдары менән хәләл аҡса табырға, шул аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәнә улар. Кеше эшләп йәшәргә һәм ашаған ризығын эшләп табырға тейеш икәнлекте аңлайҙар. Был – үҙе үк тәрбиәнең бер өлөшө.
– Бөрйән районында йәштәрҙе тыуған яғына ҡайтарыу өсөн ниҙәр эшләнелә? Уларға эш урын бармы?
– Вузда белем алып йөрөүсе студенттар менән осрашҡан мәлдә уларҙың йөҙҙән унауһы ғына, Бөрйәнгә ҡайтам, тип әйтә. Бер яҡтан, был үкенесле, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта, тәжрибәнән сығып әйтәм, кире ҡайтмайым, тиһәләр ҙә, төрлө тормош сәбәптәре менән ҡайтасаҡ улар. Ҡалалағы тормош үтә лә һәйбәт, еңел тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер осраҡта ата-әсә янында тормош башлап китеү, эшкә тотоноу ҡулайлыраҡ та.
Бөгөн, мәҫәлән, дауаханабыҙҙа табиптар етешмәй. Эшсе һөнәре буйынса белгестәр аҙ. Юл төҙөкләндереү өлкәһендә лә, ауыл хужалығында ла, урындағы муниципаль дәүләт идаралығында ла эшселәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Эш табырға була, ә эшләй алған йәш белгесте табыуы ҡыйын. Тағы шуныһы – йәштәр үҙҙәренә юғары эш хаҡы талап итә. Эште башлау менән кәмендә илле мең һум, хатта унан да күберәк аҡса алғылары килә. Районда был талапты үтәү мөмкин түгел. Беҙҙәге эш хаҡын ҡаланыҡы менән сағыштырып булмай. Шуға ла районға ҡайта торған йәштәребеҙҙе төрлө программалар, мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ программалары менән үҙебеҙгә йәлеп итергә тырышабыҙ.
– Әлеге осорҙа йәштәр өсөн ниндәй профессия көнүҙәк тип уйлайһығыҙ?
– Бөгөн бер профессияны өҫтөн ҡуйһаҡ, биш йылдан хәл икенсе яҡҡа ҡырҡа үҙгәреп китеүе ихтимал. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, табип һөнәре һәр ваҡыт кәрәкле, көнүҙәк булып ҡаласаҡ. Бер ҡасан да моданан да сыҡмаясаҡ һәм һәр ваҡыт эш урындары ла буласаҡ. Үҙеңә лә, шәхси клиникаларҙа ла эшләргә мөмкин.
Юғары БДИ балдарына өлгәшмәгән райондаштарыма, милләттәштәремә бөгөн юғары уҡыу йорттарына инеү мотлаҡ түгел. Эшсе һөнәрен үҙләштергәндәр вуз тамамлағандарҙан аҡсаны күпселек осраҡта артығыраҡ ала. Эшсе һөнәре буйынса үҙ урыныңды табыу ҙа уңайлы.
Яҡшы профессия һайлауыңдан бигерәк иң мөһиме – финанс белемеңде үҫтереү. Иң ҡыйыны – килемеңде һанау ғына түгел, киткән сығымыңды ла һанау. Күпселегендә йәштәрҙең, шул иҫәптән урта быуын кешеләренең дә, эшләгән эш хаҡына ҡарағанда сығымы күберәк булып китә. Ә ябай ғына аҡса законы – һәр ваҡыт сығымың килемеңдән саҡ-саҡ ҡына булһа ла әҙерәк булырға тейеш. Әгәр сығымың килемдән күберәк икән, ниндәй генә һөнәр эйәһе булма, бер ҡасан да аҡсаң етмәйәсәк.
– Үҙегеҙ тыуып-үҫкән районда эшләүе ауыр түгелме? Ни тиһәң дә, бөтәһе лә таныш, туған, бала саҡ дуҫтары, бергә үҫкән кешеләр... “Дуҫтарса” ярҙам итеп ебәреүҙе һорап килеүселәр бармы?
– Киреһенсә, икенсе районға етәксе итеп ҡуйһалар, миңә эшләүе күпкә ҡыйыныраҡ булыр ине. Үҙ районымда эшләү, үҙемдең урынымды табыу, йәшәү – ул үҙенә күрә ҙур бәхет.
Бөрйәндә һәр бер кешене тиерлек беләм. Яҡташтарымдың һәр мөрәжәғәте минең өсөн мөһим. Үтенестәрен хәл итеп булмаһа, йөрәкте өйкәп тора. Был матур һүҙҙәр өсөн генә әйтелмәне. Ысынлап шулай.
Эскән килеш рулгә ултырған таныштар ҡыйын хәлгә ҡалдырған осраҡтар бар. “Һөйләш әле, мин ГАИ-ға эләктем”, – тиҙәр. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә һорау менән сығырға минең вәкәләтем дә юҡ. Мөмкинлек булғанда ла ярҙам итмәҫ инем. Сөнки эсеп руль артына ултырыу енәйәткә тиң. Шул арҡала күпме фажиғәләргә осрай кеше!
– Бөрйәндә тулыһынса тиерлек башҡорттар йәшәй. Төрлө саралар, кәңәшмәләр ниндәй телдә үтә? Район үҙәгендәге мәктәптә лә уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эштәре башҡортса алып барыламы?
– Бөрйән – республикала башҡорт телен һаҡлау, яҡлау буйынса күп эштәр алып барған райондарҙың береһе. Рәсми телмәр районыбыҙҙа тулыһынса тиерлек башҡортса тотола. Сарала ҡатнашыусылар ҙа, ситтән килеүселәр ҙә беҙҙе аңлай, һәм был бик һәйбәт күренеш тип һанайым. Бөтә рәсми сараларҙы ла башҡорт телендә алып барыу бары тик Бөрйән районында ғына һаҡланып ҡалған. Иң эсте бошорғаны – бүтән райондарҙа ла, мөмкинселек була тороп, сараларҙың тулыһынса булмаһа ла, өлөшләтә туған телдә алып барылмауы. Беҙ бит бының менән башҡа милләттәрҙе кәмһетмәйбеҙ, йәберләмәйбеҙ. Әгәр кәңәшмәлә, йыйылышта йә конференцияла берәйһе икенсе милләт кешеһе икән, ул үҙ телендә сығыш яһай. Йә уның өсөн сараның ҡайһы бер өлөшөндә рус теленә күсәбеҙ.
Мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эштәре ике телдә бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын уҡытыуҙы, тәрбиә эштәрен ике телдә алып барыуҙы йәиһә рус теленә өҫтөнлөк биреүҙе һорай. Был минең шәхси фекерем менән тап килеп етмәй. Мәҫәлән, беҙ белем алған осорҙа 4-се класҡа тиклем бөтә фәндәрҙе башҡортса уҡыттылар. Һигеҙенсе класҡа тиклем һәм артабан – ҡатнаш рәүештә. Шуға ла мин ике телде лә бер үк кимәлдә беләм. Башҡортса уйлаһам да, башымда фекерем башҡортса булһа ла, руссаға тиҙ генә күсеп китә алам. Кәрәк саҡта уйҙарым да руссаға әйләнә. Ошоно идеаль ситуация тип ҡабул итәм.
Районыбыҙҙа күп кенә ата-әсәләр балаларына русса ғына тәрбиә бирергә тырыша. Минең аңлауымса, улар – башҡортса мөхиттә тәрбиәләнеп, тормошта үҙ урындарын таба алмаған кешеләр. Был күренеш бигерәк тә төпкөл ауылдарҙа күҙәтелә. Үҙҙәре сеп-сей башҡорт була тороп, балалары менән өйҙә русса һөйләшәләр. Улар өсөн үҙең оялаһың, сөнки был – беҙҙең меҫкенлеккә асыҡ миҫал. Үҙҙәре русса белмәү арҡаһында балаларына ауыл акценты күсә. Балаһының һөйләшендә лә был ярылып ята. Ата-әсәһе телмәрендәге хатаны балалары ҡабатлай. Әгәр һин балаңдың бүтән телдәрҙе һәйбәт белеүен теләйһең икән, тәүҙә үҙ телеңә өйрәт. Аҙаҡ ул рус, немец, инглиз, француз һ.б. телдәрҙе үҙе үҙләштерер. Баланың теле туған телдә асылырға, ул үҙ телен яҡшы белергә тейеш, тигән тәрән шәхсән фекерем бар минең.
– Бөрйән – туристарҙың яратҡан урыны, йәй буйы кеше өҙөлмәй. Халыҡта ял итеү тәрбиәһе бармы, әллә тәбиғәт туристарҙан зыян да күрәме?
– Бөрйәндең яртыһын ҡурсаулыҡтар биләй. Йәнлектәрҙе, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте һаҡлау менән бер рәттән, улар туристарҙы йәлеп итеү буйынса ла эш алып бара. Ҡунаҡтарҙың, туристарҙың һаны йылдан-йыл арта. Былтыр районыбыҙҙа 83 мең кеше ял итһә, быйыл уларҙың һаны 10 %-ҡа артҡан.
Туристар районыбыҙға Бөрйәндең үҙенсәлекле тәбиғәтен, Шүлгәнташ мәмерйәһен, ундағы һүрәттәрҙе күрергә килә. Экспонаттарға бай, йөкмәткеле Музей комплексы төҙөлдө. Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре, Алла бойорһа, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫының бер өлөшө булһа, туристар һаны тағы ла артасаҡ.
Районға эркелгән туристар ағымын үҙебеҙсә көйләргә тырышабыҙ. Ял итеү туҡталҡаларын ойоштороу, кеше артынан ҡалған сүп-сарҙы йыйыу бөгөн иң ҙур проблемаларҙың береһе булып тора. Әле, дөрөҫөн әйткәндә, туристарҙан килгән зыян килемдән күпкә артығыраҡ. Ҡый-һай торғоҙоп ҡына ҡалдырмайҙар, урындағы халыҡ менән мөнәсәбәттәре лә төрлөсә ҡорола.
Халыҡ беҙҙә ял итеүселәрҙән файҙа алып ҡалырға, аҡса эшләргә бик өйрәнмәгән. Һатыу итеүселәр, алыпһатарҙар түгелбеҙ. Мөмкинселектәрҙе тулы кимәлдә ҡуллана алмайбыҙ. Бер генә миҫал: күрше райондарҙағы кешеләр сифатлымы-сифатһыҙмы балдарын юл буйына сығарып ҡыйбат хаҡҡа һата. Ә беҙҙә бер урында ла юлға сығарып бал һатыусыны күрмәҫһең. Шул эсте бошора. Туҡталҡалар ҙа булдырып ҡарайбыҙ. Һатырға урындар йыл буйы буш тора. Район халҡы үҙен һатыусы тип ҡабул итмәй. Һатыу итеүҙән үҙен өҫтөнөрәк күрәме икән, аңламайым. Беҙҙең өсөн был насар күренеш. Халҡыбыҙ әҙерәк сосораҡ, заман талаптарына яраҡлашҡаныраҡ булһын ине. Беҙгә аҡса эшләү сәбәптәрен төрлөләндереп, күрше райондарҙағы милләттәштәрҙән үрнәк алырға, өйрәнергә кәрәк. Был бигерәк тә йәштәр өсөн мөһим.
– Үҙегеҙ ҡайҙа, нисек ял итеүҙе хуп күрәһегеҙ? Сит илдә булғанығыҙ бармы?
– Бер тапҡыр ҙа сит илдәргә барғаным юҡ. Хатта күрше төбәктәрҙә лә һирәк булам. Ғаилә менән ял иткәнем юҡ, тип тә әйтә алам. Был насар, әлбиттә. Балалар бергәләп тәбиғәткә сығып килеүҙе һорай, хатта шуға ла ваҡыт табыуы ҡыйын. Отпускы ла эш менән үтеп китә. Өйҙө төҙөкләндереү, тирә-яҡты рәткә килтереү, бал ҡорттарын ҡарау ваҡытты күп ала.
– Гәзит-журнал, әҙәби китап уҡырға ваҡыт табаһығыҙмы? Яҙыусылар китаптарын бүләк иткәне бармы?
– Әҙәби әҫәрҙәр уҡырға бала саҡтан яраттым. Һәр уҡыған китаптың йөкмәткеһен, авторын айырым дәфтәргә яҙып бара торғайным. Шул дәфтәр әле лә һаҡлана. 12 йәшемдә бер йыл эсендә 50 китап уҡығанмын. Уларҙың араһында күләмле генәләре лә бар. Мәҫәлән, Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы, З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”е, А. Дюманың “Граф Монте-Кристо”һы. Һуңғы осорҙа буш ваҡыттар бик һирәк булғас, аудиоформатҡа күскәнмен. Өй эргәһендә эш менән булышҡанда ла ҡолағымда ҡолаҡсын була, аудиокитап тыңлайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аудиоформатта башҡорт китаптары, романдары юҡ кимәлендә. Эҙләп-эҙләп ҡарайым, таба алмайым.
Яҙыусыларҙың автографлы китаптары миндә байтаҡ. Иң яратҡан авторҙарымдың береһе – яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманова, Яңы Усман ауылы ҡыҙы. Осрашҡан һайын мине яңы китаптары менән ҡыуандырып тора. Тел байлығы, фекерләү буйынса ошо авторҙың яҙмалары, тормошҡа ҡарашы, күтәргән проблемаларҙың киңлеге миңә бик оҡшай.
Өфөгә барған һайын китап һатып алам. Техник йә нәфис әҙәбиәт уҡыу ныҡ файҙалы. Китап уҡып та башҡорт теленең грамматикаһын өйрәнергә була. Балаларымды ла китап уҡыуға йәлеп итергә тырышам. Бының өсөн хәйлә уйлап таптым. Кем бер китап уҡып сыға – шуға туңдырма. Бының өсөн ул әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләргә тейеш. Туңдырма магазиндағы түгел, ә заправкалағы. Ундағыһы ныҡ тәмле. Был бик һәйбәт мотиватор – балалар китапҡа ынтыла, аҙаҡ үҙенән-үҙе уҡыуға мауығып китә.
– Бөрйән халҡының үҙенсәлекле сифаттары бармы? Райондың киләсәген нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек, иплелек шул тиклем Бөрйән халҡының ҡанына һеңгән! Был, әлбиттә, һәйбәт сифат. Шул уҡ ваҡытта уның кире яғы ла бар. Тыйнаҡлыҡ менән бер рәттән әҙерәк кенә яйлыҡ килә. Ялҡаулыҡ түгел был. Баҫалҡылыҡ үҙен артҡараҡ ҡуйырға тырышыуға килтерә. Әҙәплелек арҡаһында ул үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртмай, башҡаларҙыҡын өҫтөн ҡалдыра.
Яҡташтарыма коллектив фекерләү хас. Бер кеше бер төркөм кеше аша фекер йөрөтә. Мәҫәлән, күршем был эште эшләмәй икән, мин дә эшләмәйем, ти. Күршем бай йәшәмәй икән, беҙгә лә байырға ярамай. Коллективта йәшәү беҙгә ҡасандыр берҙәм булырға, тере ҡалырға, айырылышмаҫҡа ярҙам иткәндер. Әле бит заманалар үҙгәрҙе. Иҫкесә фекерләү аҡса эшләргә, алға ынтылырға ҡамасаулай.
Яңы идеялар менән яныу, яңы белем алыу яғынан беҙ ҡайһы берҙә күршеләрҙән ҡалышабыҙ. Яҡташтарыма баҙнатһыҙ булмаҫҡа, ҡыйыуыраҡ булырға ине. Акцент менән булһа ла, оялып тормай, ҡурҡмай, кәрәк ерҙә русса үҙ фекереңде еткереп йөрөргә кәрәк.
Районыбыҙҙың киләсәктә сәскә атырына ышанам, сөнки Бөрйән – республикала иң гүзәл райондарҙың береһе. Һәр райондың үҙенең матурлығы бар, ләкин Бөрйәнебеҙ бик үҙенсәлекле. Ул данлыҡлы эпостары, тәбиғәт ҡомартҡылары менән дан тота. Ошонда тыуып үҫкәндәрҙе лә, бүтән яҡ кешеләрен дә тылсымы менән үҙенә арбап, һәр ваҡыт тартып тора.
Беҙ, башҡорттар, ниндәй генә үҙгәрештәр осоронда йәшәһәк тә, милләт булараҡ һаҡланып ҡалырға тейешбеҙ. Баҙар мөнәсәбәттәре заманында ла үҙ урыныбыҙҙы табырбыҙ, үҫешербеҙ. Беҙҙең бурыс – күмәгәйеп, берҙәмләшеп, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, рухыбыҙҙы киләсәк быуынға тапшырыу, алдағы быуаттарҙа ла башҡорт милләтен йәшәтеү.
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА яҙып алды.