Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
10 Сентябрь 2024, 10:05

“Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә”

Конкурста үҙемдең шиғырҙы уҡып, беренсе урын алдым. “Театральныйға барғың киләме? Быйыл ҡабул итәбеҙ, кил”, — тине ул. Нисек теләмәйем, ти?! Тик белеп торам, әсәйем ризалашмаясаҡ. Педучилищеға инеп ҡарайым, тип Өфөгә киттем. Әсәй унда ла: “Бала ҡарап туйманыңмы? — ти һеңле-ҡустыларымды күҙ уңында тотоп. — Барма”, — тип өгөтләне. Сәнғәт училищеһында театр бүлегенә имтихандар ҙа бирҙем. Инә лә алам инем,  тик әсәй алып ҡайтты ла китте.

“Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә”
“Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә”

 

Самауырҙы йыҡҡансы

 

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә

 

Был юлы беҙҙең боҫорап торған «самауыр» янына журналист, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ЮНЫСОВА (Иҙелбаева) килде. Ҡыҙыҡлы ғүмер юлы үткән, күпте күргән, күпте кисергән, тормош та, ижад та тәжрибәһе туплаған, йор һүҙле кеше менән һөйләшеп ултырыуы үҙе бер ғүмер икән! 

 

“Шоңҡар”ҙар. Самауыр тигәс тә нимә күҙ алдына килә?

Гөлфиә Юнысова. Бала саҡ. Күмәк балалы ғаиләлә үҫкәс, бер самауыр етмәй ине, икәү булды. Береһе – иҙәндә, икенсеһе өҫтәлдә шыжлап ултыра. Шунда уҡ күмәкләп сәй эскән саҡтар иҫкә төшә. Әсәйем көн дә икмәк һала ине. Икмәк бешкәнсе өҫтәлдең түрендә ҙур табаҡ менән майлы көлсә урын ала. Самауырҙың береһе бушаһа, икенсеһен килтереп ултыртабыҙ. 

Самауырға бәйле бер үкенесем дә бар. Әсәйемдең самауырҙары ҡайҙа булғандыр, белмәйем, һәр хәлдә, беҙ таралып бөткәс, 90-сы йылдар аҙағында улар юҡ ине. Әсәйем шул тиклем күмер самауыры менән сәй эскеһе килгәнен әйтте. “Һин, балам, райондарҙа йөрөйһөң, алып ҡайт әле”, — тине. Магазиндарҙа юҡ, булған ерҙәремдә лә һорап  ҡараным, тапманым. Самауырҙы күрһәм, әсәйемдең үтенесен үтәй алмағаныма эсем бошоп китә. 

Хәҙер уйлайым: әсәйем дөрөҫ әйткән! Күмер самауырынан сәй эсеп ултырғанда уҡ еҫе лә, тәме лә бөтөнләй икенсе, күңелгә ятышлыраҡ икән шул! Артур улымдың дачаһында шундайы бар. Ул үҙе күмер һалып, ҡайнатып, үҙе яһап эсерергә ярата. Күрәһең, бәләкәй сағында әсәйемдәрҙә күреп үҫкәндер инде.

“Шоңҡар”ҙар.  Әле өйөгөҙҙә самауыр бармы?

Гөлфиә Юнысова. Самауырым да бар, шиғырым да бар.

Самауыр сәйҙәре тәмле,

Яһап ебәр ҡатыраҡ.

Самауыр янында кеше

Яғымлыраҡ, шатыраҡ.

Был шиғырҙы тыуған ауылымда “Самауыр байрамы” үткәрергә булғастар, яҙыуымды һорағайнылар. Үҙҙәре көй һалып, йырлап йөрөйҙәр.

 “Шоңҡар”ҙар.  Шағирҙы белгең килһә, уның тыуған яғын күр, тип әйткәйнегеҙ. Яҡташтарғыҙ һеҙҙең турала нимә һөйләй? Яңыраҡ тыуған ауылығыҙҙа һеҙҙең юбилейгә арналған сарала ауылдаштарығыҙҙың бик ихтирам итеүе лә күренде. Әҙиптең абруйы тыуған ауылында көслө булһа, ил алдында ла юғары була, тиҙәр...

Гөлфиә Юнысова. Ҡайҙа ғына булһам да, ябайһың, тиҙәр. Бергә бейеп-йырлап та, проблемаларын хәл итешеп тә йөрөгәнгә, шулай тип иҫәпләйҙәрҙер. Тыуған ауылымда ата-әсәйемдең абруйҙары ла ҙа ҙур роль уйнайҙыр, тип уйлайым. Сөнки уларҙы ныҡ яраттылар. Атайым — фронтовик. Өсөнсө төркөм инвалиды булып ҡайтһа ла, ныҡ сәмле булды. Яраһы һыҙлауға ҡарамаҫтан, ауылдың иң ауыр эштәрендә ҡатнаша ине. Күп ир-ат кире ҡайтмаған бит инде, апай-еңгәләренә, бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәренә гел ярҙамға йөрөнө. Әсәйем шиғырын да, көйөн дә үҙе сығарып йырлай ине. Ҡайһы берҙәрен әле лә ауылда онотмағандар. Артур менән Урал “Әбеш ауылы” тигән йырын сәхнәгә лә алып сыҡты. Нисек яҙаһың, тиһәләр, әсәйем: “Яҙып тормайым ул, яһайым да йырлайым”, — тиер ине. Етмәһә, бигерәк йомарт булды. Мин ҡаланан уға биҙәүестәр алып ҡайтып торам, ул берәйһе: “Ҡалай муйынсағың матур, Хөмәйрә апай”, — тиһә, сисә лә бирә торғайны. Уның вафатына егерме йыллап ваҡыт уҙһа ла, халыҡ һағынып хәтерләй.

“Шоңҡар”ҙар. Әсәйегеҙҙең йомартлығы тигәндә, һеҙ ҙә бүләк бирергә әүәҫһегеҙ...

Гөлфиә Юнысова. Эйе, мин дә бүләк бирергә яратам. Үҙемә рәхә-әт булып китә. Бише менән кире ҡайта тигәндәре дөрөҫ ул! Йә матур хәбәр алам, йә башҡа төрлө ҡыуаныс булып ҡайта бүләгем. Кеше рәхмәте төшәме икән, әйтә алмайым. Сөнки, берҙән, бүләк алған кеше шатлана, икенсенән, минең күңел күтәрелә.

“Шоңҡар”ҙар. Күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡығанһығыҙ. Һеҙҙең хәтерҙә был йылдар ниндәй булып ҡалған?

Гөлфиә Юнысова. Йәйәү йөрөп уҡыу минең атлауға сыҡҡан. Шәп атлайым икән. Яҙлы-көҙлө бер яҡҡа ете саҡрым йәйәү йөрөргә тура килде. Етмәһә, миңә миҙгелгә бер итек етмәй. Әсәйемдәргә лә ҡыйбатҡа төшә бит инде, шуға атай кирза итек алып бирҙе.  “Атлағанда ут яндырып атлайһың да итек сыҙамай”, — тип көйәләнә. Ул да тиҙ туҙҙы.

        Шуныһы хәҙер аптырата. Көн дә йәйәү йөрөйбөҙ. Әсәйҙең бәләкәй балалары күмәк булғас, ярҙамым тейһен тип иртән бер нисә көйәнтә һыу ташыйым. Бер мин генә түгел, бөтәһе лә йорт тирәһендә уҡыуға барыр алдынан эшләшә. Шулай, бер заман мәктәптә ярты сәғәт алдан килеп, физкультура менән шөғөлләнеүҙе индерҙеләр. Мәктәп урынлашҡан Себенле ауылы балаларына ярай ҙа инде, ә бына көрт-бысраҡ кисеп килгән, аслы-туҡлы балаларҙы ниңә шулай иткәндәрҙер? Иртәнсәк һөт менән икмәк ашайһың, тамаҡ бешерәм тиһәң, хәҙерге һымаҡ газ юҡ, мейес яғырға кәрәк. Мәктәп тә һыу ғына эсһәң эсәһең, эсмәһәң юҡ, төшкө аш ашатмайҙар. Шуға өҫтәп гимнастика эшләтергә ҡарар иткәндә нимә уйлаған икән уҡытыусыларыбыҙ? Ярай, был яңылыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы.

“Шоңҡар”ҙар. Уҡыусы саҡта ҡушаматығыҙ булдымы?

Гөлфиә Юнысова. “Полковница” тип йөрөттөләр. Мәктәпкә ҡыҙҙар менән бергәләшеп барабыҙ, ҡайтабыҙ. Ҡайтышлай Дим буйындағы күл ярына ултыртып дәрес әҙерләтәм. Стройға теҙеп алып ҡайтам. Өлкәнерәк ҡыҙҙар ниңә мине тыңлап йөрөгәндер? Концерт ҡуйырға саҡырһам да ризалаша торғайнылар. Нисек ышандырғанмындыр? Әле килеп аптырайым.

“Полковница” яғым етәксе урындарҙа ярҙам итте, сөнки “командовать” итергә тейеш инем.

Ғөмүмән, тиҫтерҙәремә лә, уҡытыусыларыма ла рәхмәтлемен. Миңә бер ауыр һүҙ әйткән уҡытыусы булманы. Һәр мәлде тик оло хөрмәт менән генә иҫләргә була. Тиҫтерҙәрем дә лидер итеп ҡабул итте. Көнләшеп, этлек эшләүселәр булманы. Күңел таҙалығы булған ерҙә үҫкәнмен.

“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙе әллә ҡайҙан танытып, башҡаларҙан айырып торған әйберегеҙ — эшләпә. Уларға нисек ҡыҙыҡһынып киттегеҙ?

Гөлфиә Юнысова. Бала саҡта беҙҙең бәләкәй генә ауылға көн һайын кино алып киләләр ине. Хаҡы, әле лә хәтерләйем, биш тин булды. Инде яратып ҡарай торғайным. Шул артисткалар һымаҡ минең дә эшләпә кейеп йөрөгөм килде. Аҙаҡ ҡына был баш кейеменең уңайлы булыуын да аңлап ҡалдым: сәсте рәтләп өлгөрмәһәң, кейҙең дә киттең. Унан һуң улар үҙҙәренсә образ тыуҙыра бит.

“Шоңҡар”ҙар. Артист булырға тигән хыялығыҙ ҙа шул киноларҙан киләме?

Гөлфиә Юнысова. Унан ғына түгел. Радионан гел спектаклдәр тыңлай торғайным. Ҡайһы саҡ бар эшемде ташлайым. “Күңеле ҡушҡас, тыңлаһын, эш ҡасмаҫ, һуңынан да өлгөрә бит”, — тип әсәйем атайым алдында ҡурсалай ине. Һигеҙенселә уҡыған саҡта шиғыр ятлау конкурсында Әлшәй районында еңеп, республика кимәленә сыҡтым. Өфөлә кәрәкле урынға барып ингәндә, конкурс башланған ине. Телевизор юҡ, радионан ишетеп кенә  белгән Зәйтүнә апай Бикбулатованың тауышын таныным. Ул баһалама ағзаһы рәйесе ине. Конкурста үҙемдең шиғырҙы уҡып, беренсе урын алдым. “Театральныйға барғың киләме? Быйыл ҡабул итәбеҙ, кил”, — тине ул. Нисек теләмәйем, ти?! Тик белеп торам, әсәйем ризалашмаясаҡ. Педучилищеға инеп ҡарайым, тип Өфөгә киттем. Әсәй унда ла: “Бала ҡарап туйманыңмы? — ти һеңле-ҡустыларымды күҙ уңында тотоп. — Барма”, — тип өгөтләне. Сәнғәт училищеһында театр бүлегенә имтихандар ҙа бирҙем. Инә лә алам инем,  тик әсәй алып ҡайтты ла китте. “Минең хыялым — һине вузға индереү. Алғы тәгәрмәс ҡайҙа тәгәрәй, артҡылары ла шунан бара. Һиңә эйәреп туғандарың да вузға инер. Тәүҙә урта мәктәпте тамамла әле”, — тине. Ә урта мәктәптә уҡығанда гәзиттәрҙә шиғыр шәлкемдәрем сыҡты. Педпрактикаға килгән шағир яҡташым Рәшит Шәкүр һәм башҡа йәш шағирҙар БДУ-ның филология факультетына саҡырып китте.

Шулай ҙа сәхнәгә, театрға һөйөү үтмәне. Кейәүгә сыға алмаған тәүге мөхәббәт һымаҡ, күңелемдә ҡалды. Аҙаҡ был теләк тормошҡа ашты тиергә лә була. Мин — иң күп шиғыр кисәләре үткәргән шағирә. Артислығым еңгән. Ундай кисәләрҙә актер ҙа, режиссер ҙа, алып барыусы ла — үҙем. Ниндәйҙер кимәлдә теләгемә ирештем. 

“Шоңҡар”ҙар.  Ғаиләгеҙ тураһында ла әйтеп китһәгеҙ ине. Бер ғаиләлә дүрт билдәле ижади шәхес. Бер-берегеҙ менән нисек уртаҡ тел табаһығыҙ?

Гөлфиә Юнысова. Ирем Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев менән БДУ-ла бер төркөмдә уҡыныҡ. Студент йылдарында уҡ өйләнештек. Уҡыуҙы тамамлағанда улыбыҙ Артур йәш ярымлыҡ ине инде. Икебеҙ ҙә әҙәби ижад түңәрәгенә йөрөнөк. Икебеҙҙең дә ижад кешеләре буласағыбыҙ мәғлүм ине. Шуға күрә лә аңлашып йәшәйалғанбыҙҙыр. «Ояһында ни күрһә, осҡанында — шул» тигәндәй, улдарыбыҙ ҙа, эштән ҡайтып, тиҙерәк яҙышырға ултырыуыбыҙҙыкүреп үҫте. Аралашҡан кешеләребеҙ ҙә күбеһенсә ижад кешеләре: яҙыусылар, ғалимдар, артистар булды. Нәҫелдән килгән ижадҡа ынтылыштан тыш, ошо аралашыуҙарҙың да балаларыбыҙҙың һөнәр һайлауына йоғонтоһо булғандыр. Өлкән улыбыҙ Артур бала сағынан тарих, әҙәбиәт фәндәренә тартылды. Студент сағында уҡ «Йәшлек» гәзитенә баш мөхәррир итеп тәғәйенләнде. Үҙе асып, «Аҙна» нәшриәт йортоноң генераль директоры ла булды заманында.

Урал — Сибай малайы, композитор һөнәрен үҙ итте. Тиҫтәләрсә спектаклдәргә, кинофильмдәргә көйҙәр ижад итте. Эстрада йырҙары, классик музыка ла яҙа. Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Уртаҡ тел табып йәшәүебеҙҙең төп сере, моғайын, бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итешеп, кәңәш бирешеп йәшәүҙәлер. Унан һуң бит тормошта һәр кемдең үҙ ижад майҙаны бар. Беҙ бер-беребеҙгә ҡамасауламайбыҙ. Хәҙер инде улар икеһе лә илле йәштән уҙған ир-уҙаман, күптән инде үҙаллы донъя көтәләр.

“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең артан йөрөүсе башҡа егеттәр ҙә булғандыр бит, ниңә мотлаҡ Мирас Иҙелбаевҡа кейәүгә сыҡтығыҙ?

Гөлфиә Юнысова. Мин яҙмышҡа ышанам: тыуым, үлем, никах мәсьәләһендә яҙмыштан уҙмыш юҡ. Күпселек диндәр, шул иҫәптән ислам дине лә шуны раҫлай. Аллаға шөкөр, быйыл көҙ бергә йәшәүебеҙгә 55 йыл тула.

“Шоңҡар”ҙар. Студент саҡта бала менән уҡыу ауыр булғандыр инде...

Гөлфиә Юнысова. Студент саҡта минике китап сығарҙым, гонорарын аҙыҡ-түлеккә тотондоҡ. Кейем-һалым, балаға коляска алдыҡ. Икебеҙ ҙә ауыр шарттарҙа үҫкән кешеләр булғас (Мирастың ата-әсәһе юҡ ине, мин — ҙур ғаиләлә баш бала), тормошҡа артыҡ ҙур талаптар ҡуйманыҡ. Уҡып йөрөгән осорҙа уҡ практикаға барған ерҙән Сибайҙа эшкә ҡалдыҡ. Ирем — радионың Урал аръяғы зонаһында үҙ хәбәрсеһе. Йәш белгес булараҡ, Сибайҙа фатир алды. Унда, баланың санаһына ике сумаҙаныбыҙҙы ултыртып һөйрәп, еңел генә күсендек.

Балалар өсөн байтаҡ шиғырҙарым шул осорҙа ижад ителде: имеҙеп ултырам, яҙып ултырам. Дүрт китабым сыҡҡас, Яҙыусылар союзына алдылар. Өфөгә аспирантураға инәм тип барҙым. Шул саҡта билдәле педагог, ғалим Төхфәт Аслаев ағай хәл иткес кәңәш бирҙе: «Һин Союзға индең битинде, нимәгә ул һиңә ғалимәлек, ана ирең уҡыһын!» Мирас аспирантураға инеп китте. Шулай башланды беҙҙең Өфөләге тормош.

Әсәйем миңә, күлдәк менән тыуҙың, тине. Күлдәк менән тыуыуым миңә ҙур уңыш, еңеү килтерәсәгенә ышаныу гел алға әйҙәне мине. «Бөгөн ҡыйын булһа, иртәгә еңеллек киләсәк, сөнки мин күлдәк менән тыуғанмын!» — тип үҙемде йыуата торғайным. Ул «күлдәк»те әсәй һаҡлап тотҡан булған. Бер заман атайымдың апаһы Рабиға инәй, һауынсы, яңғыҙы (ире һуғыштан ауырып ҡайтып үлгән), балаларына тип бер-ике литр һөт алып ҡайтып килгәндә, тотҡандар. Суд залына шул «күлдәк» һалынған бетеүҙе тотоп барғанул. Йәнәһе, ырым буйынса, «күлдәк»тең ҡурсалау көсө бар икән. Ысынлап та, инәйҙе аҡлағандар, төрмәгә ултыртмағандар. Һикһән йәштән уҙып, балалары үҫеп еткәс, вафат булды ул. Fүмере буйы миңә йә бейәләй бәйләп, йә май яҙып килтерер ине. Ә «күлдәк» шунда ҡайҙалыр юғалған.

Беҙ һәр саҡ: «Булыр!» тип йәшәнек. Балаларыбыҙға ла шуны һеңдерҙек. Аталары менән уларҙың бөтә һорауҙарына яуап бирергә, бөтә ҡыҙыҡһыныуҙарында, башланғыстарында бергә ҡатнашырға тырыштыҡ. Өйөбөҙ йәштәрҙең шау-шыуына тулды. Шунда Башҡорт йәштәре иттифағы барлыҡҡа килде. «Һылыуҡай», «Урал моңо» һәм башҡа бик күп саралар идеяһы тыуҙы. «Аманат» студияһы асылды. Ошо көндәрҙе күреремде мин һәр саҡ белдем. Киләсәккә ихлас ышаныуыбыҙ беҙе бөтә ауырлыҡтар аша алып сыҡты.

“Шоңҡар”ҙар. Мәскәүҙә лә уҡырға мөмкинлек булған түгелме? Ниңә унда ҡалманығыҙ?

Гөлфиә Юнысова. Унда БДУ-ның икенсе курсын тамамлағас барҙым. Рәми ағай Ғарипов ҡатыны Надежда еңгә менән шиғырҙарымды тәржемә итеп, ебәргәс, СССР-ҙа абруйлы һаналған Әҙәбиәт институтына индем. Колхоз юллыҡ аҡса бирҙе. Барып еткәс, донъяға нур һипкән Кремль йондоҙо күрәм тип шатланһам, ул бөтөнләй нур һипмәй булып сыҡты. Мәскәү оҡшаманы ла ҡуйҙы. Етмәһә, уҡыуҙы яңынан беренсе курстан башларға тура килер ине. Стипендия ла әҙерәк. Минең маҡсат — тиҙерәк уҡып бөтөп, эшләй башлап, туғандарыма ярҙам итеү. Уйланым-уйланым да ҡайттым да китем. Аҡсам да бөткәйне. Өфөгә бер шешә кефир менән туҡланып ҡайтып еттем.

Рәми ағай урамда тотоп: “Ниңә урынды яндырҙың?”— тип әрләне. Эргәмдә әсәй ҙә бар ине, ишетеп торған. Аҙаҡ: “Улай тип әрләргә кем ул?” — тип көйәләнде.Ҡайтҡаныма бер ҙә үкенмәйем. Эсәр һыуым Мәскәүҙә булмаған, тимәк. Күңелеңдә шиғыр булһа, Мәскәүҙә уҡыу мотлаҡ түгел икән.

“Шоңҡар”ҙар. Шиғриәттең маҡсатын нимәлә күрәһегеҙ?

Гөлфиә Юнысова. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә тибеҙ. Әҙәбиәттең маҡсаты — изгелек, мөхәббәт төшөнсәләрен иҫтә ҡалырлыҡ шиғри образдар аша уҡыусыларға еткереү. Әҙәби әҫәр, ҙурмы ул, бәләкәйме, кешене һоҡланырға, яратырға, кешелекле булырға өйрәтергә, уйландырырға һәм мотлаҡ йәшәүгә өмөт уятырға тейеш. Башҡорт шиғриәтенең нигеҙенә ошо ҡанундар һалынған. Шөкөр, замандар үҙгәреп торһа ла, башҡорт әҙәбиәтендә, әҫәрҙәр төрлө кимәлдә булыуға ҡарамаҫтан, бәғерһеҙлекте, ҡан ҡойошто, әҙәпһеҙлекте хуплау һис ҡасан булманы.

“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ әҙәбиәткә аяҡ баҫҡанда унда башлыса ир-ат булған бит инде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижады ир-егеттәрҙекенән нимә менән айырыла?

Гөлфиә Юнысова. Уҙған быуаттың 70-се йылдар башында, мин шиғриәткә аяҡ баҫҡан осорҙа, ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙың һаны бер ҡул бармаҡтары менән генә һанарлыҡ ине, ысынлап та. Хәҙер Яҙыусылар союзында ағза булып торған 300-ҙән артыҡ әҙиптәрҙең яртыһынән күберәге ҡатын-ҡыҙҙар. Мин уларҙы исемләп һанап тормайым, һәр береһенең үҙ моңо, үҙ тауышы, үҙ уҡыусылары бар. Һорауға килгәндә, ҡатын-ҡыҙ шиғриәте ир-аттыҡынан донъяны ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән күреүе, ҡатын-ҡыҙса фекер йөрөтөүе менән айырылалыр инде. Моғайын да, хис-тойғоларға байыраҡтыр. Ә инде шиғри талант тигән әйбер енес затына ғына ҡарамай: ул йә бар, йә юҡ.

“Шоңҡар”ҙар. “Аҡҡош күле” йыры — бик популяр. Уның яҙылыу тарихы нисегерәк?

Гөлфиә Юнысова. Шиғыр яҙ көнө күл буйында йөрөгәндә йөрәгемә килде. Ул ваҡытта беҙ Роза Сәхәүетдинова менән ныҡлап көйҙәр яҙа башлағайныҡ. Роза апай шиғырҙы унар, ун бишәр тапҡыр тасури итеп уҡыта, шунан ғына яҙа. “Аҡҡош күле” тигән шиғырым күңеленә лә тап килгән ваҡыт булғандыр. Күптәргә хуш килгән ундағы һүҙҙәр. “Гөлфиә уны миңә арнаған”, — тиерҙәр ине. Минең тыуған ауылда ла бер ағайҙың ҡатыны үлгәс, китапты тотоп: “Гөлфиә мине аңлап яҙған”, — тип илап йөрөгән.

“Шоңҡар”ҙар. Композитор Роза Сәхәүетдинова менән ижади союзығыз хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙсе?

Гөлфиә Юнысова. Роза Хәйҙәр ҡыҙы менән өлкәндәр һәм балалар өсөн ҡырҡлап йыр ижад иткәнбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа яңы йырҙар яҙғаныбыҙ юҡ. Осрашып, һөйләшеп, хәл белешеп торабыҙ. Беҙ телеүҙәккә яҡын күрше йортта йәшәй инек. Танышып алғас та, бергәләп йырҙар яҙа башланыҡ. «Ғүмер юлы», «Аҡҡош күле», «Әйҙә киттек Дим буйына», «Яҙмыш», «Сәңгелдәк йыры», «Бәпес ҡайтты», «Күпер һалам» кеүектәре халыҡ яратып йырлай һәм тыңлай торған йырҙарға әүерелеп, тиҫтә
йылдар буйы сәхнәләрҙә, радио, телевидение тулҡындарында яңғырай.

“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең нисә шиғырығыҙ йырға әүерелгән?

Гөлфиә Юнысова. Әйтә алмайым. Балаларға ғына  200-ҙән ашыу йырым ноталар менән китап булып сыҡты. Радиоға яҙылғандар — 500 йыр тирәһе. Ә бит тағы ла райондар эсендә генә йырланғандары бар. Үҙешмәкәр композиторҙар уларға көй яҙған. Шуға ла теүәл генә итеп әйтеп булмай.

Роза апай Сәхәүетдинова “Һинең һәр шиғырыңа йыр яҙып була”, — тигәйне. Ысынлап та, шулайҙыр тип уйлайым. Сөнки миңә һүҙҙәр менән моңо ла килә. Моңо килмәйенсә яҙһам, ул ҡоро ғына килеп сыға, күңелгә ятмай. Минең шиғырҙарымдың илһам килгән мәлдә ваҡыты етмәгәнлектән башы йә аҙағы ғына яҙылған дәфтәрҙәрем бар. Уларҙы асып ҡарайым да, 30 йә 40 йәштә башлағандарының күбеһен дауам итеп булмай. Сөнки моңоң инде икенсе. Һәр нәмәне ваҡытында яҙырға кәрәк. 

“Шоңҡар”ҙар. Йырҙа нимә мөһимерәк: шиғырымы әллә көймө?

Гөлфиә Юнысова. Йырҙың шиғыры беренсел. Хәҙер ҡайһы бер йырсылар шиғырҙың фекеренә иғтибар итеп бармай. Ғәҙәти һөйләмдәргә йә тоҙһоҙ һүҙҙәр шәлкеменә көй һымаҡ нәмә һалып, шуны йыр тип атайҙар. Үҙенән башҡа бер кемдә йырламаһа, отоп алмаһа ул йыр ишаратынан ни файҙа? Бындай “ижад емештәре” берәй заман барыбер онотоласаҡ, тик әлеге мәлдә кеше күңелен сүпләп тора. Йыр кешене ҡанатландырырға тейеш.

“Шоңҡар”ҙар.  Был һорауҙы һеҙгә күп бирәләрҙер. Һәр кем үҙенсә ижад итә, ә һеҙҙең шиғырҙарығыҙ нисек тыуа?

Гөлфиә Юнысова. Томошомда булып үткән ваҡиғалар, тетрәнеүҙәр, икеләнеүҙәр, борсолоуҙар һәм һоҡланыуҙар, әлбиттә, шиғырҙарыма тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Матурлыҡ та, ғәҙелһеҙлек тә — икеһе лә йөрәктә фәһем ҡалдыра, хис уята. Үкенес, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы аша йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙ яҙмыштарын яҙып, тикшереп, сағыштырып, донъяны апаруҡ төшөнгәс кенә — саҡ ҡына олоғайып өлгөрөлдө. Улай тип әйтергә лә үҙемә юл ҡуймайым. Үткәндәр булмаһа, әлеге кимәлгә өлгәшелмәҫ ине, тим. Мине хәҙер берәү ҙә, ялҡау, булдыҡһыҙ йә еңел холоҡло тип әйтә алмай. Ауырлыҡтарға ҡаршы тороу көсөм ныҡлы. Тәбиғәткә сығам, ҡоштар һайрауын, һыу ағышын тыңлайым. Икешәр сәғәт велосипедта йөрөйөм. Ҡышын саңғыла шыуам. Ял итергә ейәндәрем янына барам, һөйләшеп ултырам, бәхәскә инәбеҙ. Ҡәләмдәш әхирәттәрем бар. Улар менән серләшеп алыу ҙа күңелде күтәреп ебәрә. Шулай яңы шиғырҙар тыуа.

“Шоңҡар”ҙар. Депутатлыҡ шиғриәтегеҙгә зыян килтермәнеме?

Гөлфиә Юнысова. Сәйәсәттәге эшмәкәрлек миңә донъяны икенсе яҡтан да аңларға ярҙам итте. Башҡа яҙыусылар күрмәгән нәмәләргә күҙемде асты. Журналдың баш мөхәррире булараҡ, мин былай ҙа сәйәсәттән ситтә түгел инем. Райондарҙа кешеләрҙең нисек йәшәүен белә инем. Депутат эшем минең күңелемде сыныҡтырҙы ла, яраланы-өҙгөләне лә. Шул уҡ ваҡытта ул мине мәғлүмәтле итте. Шиғыр яҙырға ваҡыт әҙ ине, тик мин хәҙер үкенмәйем. Һынылыш мәлдәре, уйланыуҙар — улар бит минең күңел байлығым. Ижадымда сағылыш таба бит улар.

“Шоңҡар”ҙар. Ҡатын-ҡыҙ ир-ат етәкселәрҙән нимә менән айырыла?

Гөлфиә Юнысова. Тәбиғәт кешеләрҙе юҡҡа ғына ике енестән яралтмаған. Ир һәм ҡатын бер бөтөндө тәшкил итә. Был күренеш ғаиләгә лә, мөхәббәткә лә, хеҙмәт коллективына ла, бала тәрбиәләүгә лә, шулай уҡ ил менән идара итеү өлкәһенә лә ҡағыла. Сөнки ир һәм ҡатын-ҡыҙҙың уй-фекерҙәре лә, хис-тойғолары ла бер кимәлдә түгел. Уларҙың хатта мейе ярымшарҙары эшмәкәрлеге лә төрлөсә икән. Шуға ла ирҙәрҙә — логика, ә ҡатындарҙа хис-тойғо, интуиция көслөрәк. Тулы гармония булһын өсөн сәйәсәттә лә, иҡтисад, мәҙәниәт өлкәләрендә лә ике заттың да ҡатнашыуы мотлаҡ тип уйлайым. Һан яғынан бер тигеҙ кимәл, әлбиттә, идеаль вариант булыр ине.

Тәжрибәмдән һәм күҙәтеүҙәремдән сығып шуны әйтә алам: ҡатын-ҡыҙҙар етәкселек эшендә лә һис кенә лә ирҙәрҙән кәм эшләмәй. Улар ауыр саҡтарҙа ла юғалып ҡалмай, алдарына алған эште мотлаҡ еренә еткереп ҡуйыусан, ғаилә, тәрбиә, социаль мәсьәләләргә күберәк иғтибар биреүсән, кешеләр менән тиҙерәк уртаҡ тел табыусан, хәл араһына кереүсән… Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә барған киҫкен үҙгәрештәрҙән ирҙәр юғалып ҡалғандай булғанда, ҡатын-ҡыҙҙар заманға тиҙерәк яраҡлашып, ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүҙе үҙ өҫтәренә алып, яңы һөнәрҙәр үҙләштерҙе. Хатта сит илдәргә сығып, алып-һатыу эштәре менән шөғөлләнеп булһа ла, тормошто алға тәгәрәтте.

Ҡатын-ҡыҙ депутаттар араһында ла берҙе уйлап, икенсене һөйләп, өсөнсөнө эшләп йөрөгәндәр аҙ. Улар, ғәҙәттә, «һыу аҫты ағымдарында»уйнамай. Ғөмүмән, сәйәсмәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙыңбулыуы ғына ла тирә-йүнгә йылылыҡ булдыра, ығы-зығыларға юлҡуйылмай, мәсьәләләр тынысыраҡ, уйлабыраҡ хәл ителә.

“Шоңҡар”ҙар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бөгөнгө тормоштағы роле хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Гөлфиә Юнысова. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының тормошо ла нигеҙҙә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы менән бер иш инде: әсә, хужабикә, хеҙмәткәр, сәйәсмән, ижадсы… Заманға яраҡлашырға, һәр нәмәгә өлгөрөргә тырыша, һәр саҡ яратҡан ҡатын булыу — ғүмерлек хыялы. Бөгөнгөнән бигерәк иртәгәһе өсөн янып йәшәй. Һәр осорҙағыса, ял итергә ваҡыты етмәй. Матур, белемле, етеҙ булғыһы килә… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында эскеселәр һәм әҙәпһеҙҙәр ҙә булғылай. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының үҙенә генә хас, бер кем дә алмаштыра алмаҫлыҡ тәғәйенләнеше лә бар, әлбиттә. Ул — башҡорт милләтенең киләсәге өсөн яуаплы: башҡорт балаларын тыуҙыра, туған телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға өйрәтә, халҡыбыҙҙың генетикаһын һаҡлаусы ролен башҡара.

“Шоңҡар”ҙар.  Уҙған тормош юлығыҙға байҡау яһағанда, ниндәй һығымталарға килә алаһығыҙ?

Гөлфиә Юнысова. Заманды һайлап алмайҙар. Ниндәй генә дәүерҙәрҙә йәшәргә яҙманы: һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән бала саҡ, үҫмерлектә, йәшлеккә тап килгән торғонлоҡ тип нарыҡланған осор, үҙгәртеп ҡороу, киҫкен боролоштар, хәҙер инде ҡырағай капитализм йылдары… Һәр береһен йөрәгем аша үткәреп, ҡабул итергә тура килде (ҡабул итмәй ҙә ҡайҙа бараһың?). Тырышып уҡыным, яратҡан эштәремдә сәмләнеп, илһамланып эшләнем, шөкөр. Үкенесһеҙ донъя булмай, бар инде улары ла, әммә сәстәр йолҡоп иларлыҡтары юҡ. Кешесә йәшәнем, ғаилә ҡорҙом, балалар үҫтерҙем. Ҡайҙа эшләһәм дә кешеләргә ярҙам итергә тырыштым. Бер һүҙ менән әйткәндә, юҡҡа йәшәлмәгәндер, тип уйлайым.

“Шоңҡар”ҙар. Етмеш бишкә етеүегеҙ үҙен һиҙҙертәме?
Гөлфиә Юнысова.  Ваҡыты-ваҡыты менән. Ә былай йәшемде онотоп, егермелә, утыҙҙа, ҡырҡта хис иткән саҡтарым да бар. Бигерәк тә бейегәндә, шиғыр яҙғанда һәм бала саҡ, йәшлек дуҫтарымды осратҡанда. Һикһән йәшлеккә әйләнгәнем дә булғылай. Бөтәһе лә күңел торошонан, сәләмәтлектән тора.

“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙе тыныс ҡына йәшәп ятҡан пенсионер итеп күҙ алдына килтереүе ауыр...

Гөлфиә Юнысова. Миңә лә шулай уҡ.

“Шоңҡар”ҙар. Йәш саҡта хыял итеп тә, тормошҡа ашмаған эштәрегеҙ күпме?

Гөлфиә Юнысова. Мин «Ҡыҙ» — ер йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Күңелем күккә ашҡан саҡтарҙа ла аяҡтарым ерҙә булды. Бөтөнләй ҡулдан килмәҫтәй хыялдар менән бала саҡтан уҡ баш ватманым. Мәҫәлән, опера йырсыһы, йәки космонавт булырға хыялланыуҙан ни фәтеүә?! Аҡса эшләү мәсьәләһендә лә теләгем саманан ашманы. Аша ла алмай ине, сөнки был мәсьәләнең нигеҙендә бары тик намыҫлы хеҙмәт кенә торҙо. Шулай ҙа иң төп хыялдарым тормошҡа ашты, тип уйлайым: ҡартайған көндәрендә таяныс булып, ата-әсәйемдең фатихаһын, рәхмәтен алдым. Шиғырҙарым, йырҙарым аша уҡыусыларым менән һөйләштем. Ижад емештәремдең уларға кәрәкле икәнен белеп йәшәнем. Сит илдәр, байтаҡ тәбиғәт матурлыҡтары күрҙем, ҡыҙыҡлы яҙмышлы һәм күренекле, бөйөк кешеләр менән осрашып, аралашыу насип булды. Тормошҡа ашмаған хыялдарым да ҡалды. Мәҫәлән, мотоциклда йөрөргә өйрәнә алманым. («Буран» ҡар санаһында йөрөгәнем бар.) Сит илдәрҙекүберәк күрергә, тигән теләгем ни өсөндөр һүрелә төштө. Әллә телевидение
аша күргәндәрем менән хушһынам, әллә олоғайғанға ирендерә инде.Гармун уйнарға өйрәнеү ҙә иртәгәгә ҡала килә. Йәшерәк саҡта Уралдың пианиноһында бер нисә кй сығара торғайным. Нишләптер, һаман ышанам берәй заман гармун уйнап ултырыуыма.

“Шоңҡар”ҙар. Ауыр саҡта ни эшләйһегеҙ?

Гөлфиә Юнысова. Бер кешегә оә курһәтмәй генә күңелдәр сафланғансы илапалам да, бынан һуң нишләргә, нисек йәшәргә тип пландар ҡорам.  Тәбиғәт, йыр-моң, мунса, күңелгә яҡын кешеләр менән аралашыу шулай уҡ саҡта дауа ул.

“Шоңҡар”ҙар. Донъяла һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе нимә?
Гөлфиә Юнысова. Ғүмер. Унан ҡәҙерлерәк балаларҙың һәм ейәндәрҙең ғүмере генә булырға мөмкин.

“Шоңҡар”ҙар. Хәҙерге йәштәр һеҙҙең быуын йәштәренән нимәһе менән айырыла?

Гөлфиә Юнысова.  Дөйөм алғанда, бер нәмә менән дә айырылмай. Йәшлек уҙған быуаттарҙа ла шулай уҡ булғандыр: дәртле, көслө, хыялдарға бай, сәмле, етеҙ, мөхәббәтле… Тормош тәжрибәһе туплана башлаһа ла, өлкәндәргә ҡарата бер аҙ өҫтөнлөклө ҡарашлы, заман үҙгәрештәренә тиҙерәк яраҡлашыусан…

Ауырлыҡтарҙы еңел кисерә, эксперименттарҙан ҡурҡмай, һирәк икеләнә, һаулыҡ хаҡында уйланмай, арымай… Сибәр, зиһенле, матурлыҡҡа, батырлыҡҡа тартылыусан… Бөтәһе лә әле алда, ғүмер мәңгелек һымаҡ тойола.

Шуныһы ҡыҙыҡлы: һәр осорҙоң өлкән быуын кешеләре йәштәрҙең әхлаҡ кимәле түбәнәйеүенә зарлана. Әлбиттә, һәр замандың үҙ заңы, үҙ моңо, үҙ талабы. Улар йәштәргә генә түгел, дөйөм йәшәйешкә лә йоғонто яһай. Беҙҙең йәшлек уҙған быуаттың 65-85-се йылдарына, үҫешкән социализм тип йөрөтөлгән саҡтарға тура килде. Хәҙер һәр ҡайһыһы айырым дәүләт булып йәшәгән 16 союздаш республиканы берләштергән илебеҙ Советтар Союзы тип йөрөтөлә ине. Был илдең үҙенә генә хас идеологияһы тәрбиәләне беҙҙе. Уның кире һәм ыңғай яҡтарын анализлау бөгөнгө һөйләшеүҙең маҡсаты түгел. Шулай ҙа, беҙ уға инанып, ышанып, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәнек.

Ә хәҙерге йәштәрҙең бала сағы һәм үҫмерлек осоро илдәге киҫкен үҙгәрештәр, ҡапма-ҡаршылыҡтар дәүеренә тура килде. Рәсәй Федерацияһы тип аталған Ватаныбыҙҙың ниндәй идеология нигеҙендә, ҡайһылайыраҡ ҡоролош төҙөгәнен әле булһа сәйәсмәндәр ҙә, тарихсылар ҙа, башҡалар ҙа өҙөп кенә әйтеп бирә алмай. Бәлки, яңыса капитализмдың башланып тороуылыр, ә бәлки, улай ҙа түгелдер… Ошо билдәһеҙлек, ығы-зығылы, ләкин ниндәйҙер кимәлдә рухи азатлыҡ шарттарында тыуып, инде буй еткергән йәштәрҙең бөтөнләйе менән беҙгә оҡшауы мөмкин дә түгел. Һәр ике быуындың үҙенә генә хас ыңғай һәм кире яҡтары, өлгө алырлыҡ өҫтөнлөктәре һәм борсолдороп уйландырырлыҡ миҫалдары бар.

Күҙгә бәрелеп торған айырымлыҡтарҙы ғына әйтеп китәйем.
Мәҫәлән, социализм ҡанундарына ярашлы тигеҙләү (уравниловка) заманында кешеләрҙең тормош кимәле, йәшәү рәүеше бер-береһенән әлеге һымаҡ ныҡ айырылманы. Шуға күрә үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына, белемдәренә таянып, тотҡарлыҡһыҙ инә һәм стипендияға тиерлек уҡып сыға алды «беҙҙекеләр».

Уҡып сыҡҡас та эш таба алмай йөрөүселәр булманы. Бараһы
ереңә йүнәлтмә биреп, йәшәп алып китерлек аҡса түләп (подъемный) оҙаталар ине. Йәш белгестәр, закон буйынса, фатир менән дә беренсе сиратта тәьмин ителде. Күңелдәрҙә бары тик яҡшылыҡ, изгелек, матурлыҡ, ғәҙеллек, оптимизм, патриотизм тойғолары уятырлыҡ кинофильмдар, спектаклдәр ҡараныҡ, китаптар уҡыныҡ. Хеҙмәт кешеһенә, ветерандарға ҡарата хөрмәт сабый саҡтан йәнгә һеңдерелде. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа дан йырланды.

Үрҙә һанап кителгән ыңғай факттарҙы иҫәпкә алғанда, беҙгә рухи ҡиблабыҙҙы табыу һәм эш, фатир мәсьәләләрен хәл итеү еңелерәк булған. Бөгөнгө йәштәргә был өлкәлә бик ҡыйынға тура килә. Хатта уларға аҡса эшләү юлдары «беҙҙекеләр»гә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ күп һәм төрлө булһа ла. Сөнки ауылда йә ҡала ситендә өй һалам тиһәң дә, ҡалала фатирлы булыу өсөн дә тиҫтә йылдар буйы баш күтәрмәй эшләп, бала-сағаң үҫеп еткәнсе кредит түләргә мәжбүрһең. Башыңды нығыраҡ эшләтергә, бар тырышлығыңды, йүнселлегеңде эшкә егергә тура килә инде. Хәҙерге йәштәр араһында төрлө юлдар менән байыҡҡан ата-әсәһе ярҙамында артыҡ бил бөкмәй генә типтереп йәшәгәндәр ҙә бар. Коррупция, яуызлыҡ, күрәләтә закон боҙоу һәм былар өсөн бер ниндәй ҙә сара күрелмәүе менән дә йыш осраша хәҙерге йәштәр. Донъяның ошондай ғәҙелһеҙлеге улар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Был хәлде фәлсәфәүи ҡабул итеп, намыҫлы, хыялдарыңа тоғро, изгелекле булып ҡалыу өсөн күпме аҡыл, рухи көс талап ителә. Шөкөр, аҡыл-белеме, булдыҡлылығы менән маҡсатҡа ирешә барыусы, үҙенең генә түгел, ә республикабыҙ, илебеҙ яҙмышын иңдәренә һалыу ҡулдарынан килерлек егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың һаны йылдың-йылы арта бара. Бына ошо күренеш ҡыуандыра. Ике быуынды сағыштырғанда, тағы ла шул күҙгә ташлана:  «беҙҙекеләр» үҙаллылыҡҡа иртәрәк өйрәнә ине һымаҡ. Тормош ҡушыуы ла булғандыр: ҡот осҡос һуғыш ғәрәсәттәренән һуң донъяға килгән быуын бит инде. Киләсәгең өсөн йән аямай тырышыу, нисек кенә булһа ла «уҡып, кеше булыу», тиҙерәк аяҡҡа баҫыу ине беҙҙең төп маҡсат. 10-12 йәштән өй мәшәҡәттәре лә беҙҙең иңдә булды, өлкәндәр ыңғайына колхозда ла эшләнек. Ә әле 20-45 йәшлек ир-егеттәр һәм ҡыҙ-ҡатындар араһында үҙҙәре генә түгел, хатта ғаиләләре менән ҡартайған ата-әсә елкәһендә ятыусы әрәмтамаҡтар ғәҙәти күренеш. Ҡалала ла аҙ түгел улар.

“Шоңҡар”ҙар. Хәҙерге йәштәрҙең өҫтөнлөктәре ниҙә?
Гөлфиә Юнысова. Бөгөнгө ыңғай күренештәрҙән хәҙерге йәштәр араһында дин, иман юлын үҙ итеүселәрҙең арта барыуы һөйөндөрә. Беҙҙең өсөн бит асыҡтан-асыҡ дин тотоу мөмкин булмаған хәл ине.бул Хәҙерге йәштәр сәйәсәт һәм донъяуи мәсьәләләрҙә беҙгә ҡарағанда ҡыйыуыраҡ фекер йөрөтә. Компьютер, интернет кеүек заман ҡорамалдары менән оҫта эш итә. Уларға ер йөҙөндә барған үҙгәрештәр, ваҡиғалар менән хәбәрҙар булыу өсөн бөтә шарттар бар. Сәнғәттең төрлө тармаҡтарында үҙеңде һынап ҡараумөмкинлектәре лә етерлек. Йәштәр шуға ынтыла ла. Ҡыҙғанысҡаҡаршы, әҙәби ижадҡа инанып тулҡын-тулҡын булып килмәй хәҙерйәштәр. Балҡып килеп инеүселәр бөтөнләй юҡ. Күҙгә күренгәндәренбарлай башлаһаң, йәш тип йөрөткәндәребеҙ ҡырҡҡа еткән, йәки шуға
яҡынлашып бара. Үҫмерҙәр ижадына ла юлдар асыҡ. Урындағы типографияларҙа китаптары сыға, республика гәзит-журналдарында шиғыр-хикәйәләре баҫыла, ә иҫтә ҡалырлыҡ исемдәр юҡ. Бәлки, был ваҡытлыса күренештер. Беҙҙең һәм хәҙерге быуын йәштәре араһындағы айырмалыҡтар тәбиғи, ә бына йәштәрҙең үҙҙәре араһында барлыҡҡа килгән ҙур айырымлыҡтар һағайта.

“Шоңҡар”ҙар. Заманға лайыҡлы ысын кеше булып йәшәүҙең нигеҙендә нимә ята, тип уйлайһығыҙ?

Гөлфиә Юнысова. Беренсе сиратта кешелә бәләкәйҙән үҙеңдең баһаңды белеү тойғоһо (чувство собственного достоинства) тәрбиәләргә кәрәктер тип уйлайым. Быны, әлбиттә, тәкәбберлек менән бутарға ярамай. Минеңсә, рухи үҫеш тә, йәшәү рәүеше лә, ниндәй кеше булып ғүмер итеүең дә ошо үҙбаһа тойғоһона бәйләнгән. Мәҫәлән, үҙен хөрмәт иткән кеше башҡалар араһында кәм-хур булып йәшәмәҫкә тырыша. Миҫалдарҙы тағы ла килтерергә мөмкин: уҡығанда яҡшы билдәләренә өлгәшеү, спортта алдынғылыҡты бирмәү, үҙ-үҙеңде тотошоңа һәм өҫ-башыңа иғтибарлылыҡ, зиһен һәм аҡыл юғарылығына ынтылыу, намыҫлы хеҙмәт уңыштары яулау — үҙ яҙмышына битараф, йәки үҙен башҡаларҙан кәм итеп хис иткән кеше быларҙың береһенә лә өлгәшә алмай.

Үҙенең һәм яҡындарының бәхете өсөн үҙен яуаплы тойған сәмле, ғәмле, оптимист рухлы, иленең, халҡының патриоты булған кеше бер ваҡытта ла эсеп, сусҡа һымаҡ, бысраҡта тәгәрәп ятмаҫ, ғаиләһенең аслы-туҡлы көн итеүенә юл ҡуймаҫ. Ул урлашып, алдашып, кешейәберләп үҙен кәмһетмәҫ, кеше елкәһендә йәшәү, көнсөллөк, тәкәбберлек, үс һаҡлау кеүек түбәнлектәрҙән азат булыр. Бына шундай яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа этәреүсе илаһи көс ул әҙәм балаһының үҙбаһаһын юғары ҡуйып йәшәргә ынтылыуы.

“Шоңҡар”ҙар.  Беҙҙең йәштәр башҡа милләт йәштәренән нимәһе мөнән айырыла. Уларға әйтер теләктәрегеҙ бармы?

Гөлфиә Юнысова. Башҡорт йәштәре — халҡыбыҙҙың иң ҡыйыу, иң эшлекле, иң матур һәм иң көслө өлөшө. Беҙҙең бөгөнгөбөҙ һәм өмөтөбөҙ улар. Бер илдәкөн күргәс, аралашып йәшәгәс, бер үк закондарға буйһонғас, тормошкөтөүебеҙ, йәшәү кимәлебеҙ, күп кенә холоҡ-фиғелдәребеҙ менәнбашҡаларҙан әллә ни айырылмайбыҙҙыр ҙа, ләкин милли рухыбыҙҙы,туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йыр-моңдарыбыҙҙы, башҡортхалҡының генетикаһын бары тик башҡорт йәштәре генә киләсәкбыуындарға тапшыра ала. Бары тик башҡорт йәштәре генә башҡортбалалары тыуҙырып, ерһыуҙарыбыҙҙың патриоты, ата-бабаларыбыҙҙың һәм үҙҙәренең лайыҡлы дауамы итеп үҫтерә ала.Заманды кеше һайламай. Шулай ҙа, донъяуи ҡиммәттәргә ҡараштар үҙгәрһә лә, рухи ҡиммәттәрҙең баһаһы кәмемәй. Изге эштәрҙә бер- береһен ҡеүәтләп, ярҙам итешеп йәшәһен йәштәр. Уларға әлеге бурыстарҙы үтәүҙә уңыштар теләйем.

Шоңҡар”ҙар. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, әңгәмә шул тиклем йәнле һәм ихлас килеп сыҡты. Ҙур рәхмәт!

 

Заһиҙә МУСИНА яҙып алды.

 


 

 

 

Автор:
Читайте нас: